«Бындай новаторлыҡ тәҡдимдәре илебеҙ динамикалы үҫеш алһын, алға китһен өсөн, тирә-яғыбыҙҙа - технологияларҙа, фәндә, ҡалалар һәм ауылдар үҫешендә ҙур үҙгәрештәр булһын өсөн кәрәк», - тип белдерҙе Путин уҡыусыларҙың «Оло үҙгәреш» конкурсы финалсылары менән онлайн-осрашыуҙа.
Президент шулай уҡ балаларҙың үҫешендә «Оло үҙгәреш» конкурстарының һиҙелерлек өлөшө тураһында ла һөйләне. Ил Башлығы фекеренсә, бындай саралар уҡыусыларҙың һәләттәрен һәм таланттарын асырға ярҙам итә. «Бында һеҙҙең ғәҙәти булмаған һәм хатта һис көтөлмәгән идеяларығыҙҙы баһалайҙар», — тине президент.
2021 йылда «Оло үҙгәреш» конкурсында бөтөн ил буйынса ике миллион ярым уҡыусы ҡатнашты.