Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Июль 2021, 13:15

Йәшәү минимумы күпмегә арта?

Рәсәйҙә 2022 йылдан минималь хеҙмәт хаҡы күләме 6,4 процентҡа арта. Был турала Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһы РФ Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итә.

Быйыл минималь хеҙмәт хаҡы күләме (МРОТ) 12 792 һум, ә Башҡортостанда, район коэффициентын иҫәпкә алып, НФДЛ-ды тотоп алып ҡалмайынса, сумма 14 710 һум тәшкил итә. 2022 йылда МРОТ район коэффициентһыҙ 13 617 һум буласаҡ тип күҙаллана. Был турала Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр тә.
«14 710 һумға шулай уҡ төнгө ваҡытта эшләгән өсөн эш сәғәтенән тыш башҡарылған түләүҙәр һәм ял көндәре инергә тейеш түгел. Был норма РФ Конституцион 2019 йылдың 11 апрелендәге 17-П номерлы Суд Ҡарары менән билдәләнгән. Был зыянлы шарттар ваҡытында түләүгә ҡағыла. РФ Хеҙмәт кодексының 149-сы стаьяһына ярашлы, нормаль булмаған шарттарҙа эш башҡарғанда, хеҙмәткәргә хеҙмәт ҡануниәте менән ҡаралған тейешле түләүҙәр түләнә», -тип билдәләнеләр БР дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.
Автор:Роза Сафина
Читайте нас