Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Июль 2021, 04:43

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 14 июлдә республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төндә талғын, көндөҙ төньяҡтан секундына 5-10 метр. Һауа температураһы төндә – 11-16, көнсығышта 6 градус була. Көндөҙ иһә йылыраҡ – 21-27 градус.

Юлдарҙа төндә һәм иртән урыны менән томан.

15 июлдә Башҡортостанда йәнә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә – 11-16, көнсығышта иһә 6 градус. Көндөҙ – 22-27 градус.

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте
Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас