Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2021, 06:25

Белоруссияла күнекмәләр ваҡытында һәләк булған десантсылар араһында Өфөнән Руслан Смирнов та бар

Белоруссияла күнекмәләр ваҡытында һәләк булған десантсылар араһында 36 йәшлек Руслан Смирнов та бар.

Бәхетһеҙ осраҡ йома, 12 ноябрҙә, Гродно ҡалаһы янына десантсыларҙы төшөргән ваҡытта булған. Ҡапыл көслө ел иҫеүе һөҙөмтәһендә ике хәрбиҙең парашюттары бер-береһенә эләккән. Десантсыларҙың береһе икеһен дә ҡотҡарыу өсөн запас парашютты асҡан, ләкин система эшләп өлгөрмәгән. Улар ергә ҡолаған. Ике парашютсы ла төрлө йәрәхәтттәр менән дауаханаға оҙатылған. Табиптар уларға ярҙам күрһәткән, әммә ирҙәр вафат булған.

Уларҙың береһе – яҡташыбыҙ Руслан Смирнов, тип хәбәр иттеләр уның уҡыған Өфө һауа-десант кадет корпусынан, тип яҙҙы Өфө1. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ул контракт буйынса хеҙмәт иткән. Руслан менән хушлашыу бөгөн, 15 ноябрҙә, көндөҙгө сәғәт 12-лә Өфө районы Михайловка ауылында була. Десантсыны Шишмә районы Әмин ауылында ерләйҙәр, тип хәбәр итте баҫма.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас