Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2021, 08:33

Атаһын ҡотҡарам тип, үҙе лә һәләк булған...

Ишетеүегеҙсә, ҡот осҡос фажиғә 22 ноябрҙә Строймашта була. Төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә Ғәбитовтарҙың ике ҡатлы йорто ҡапыл янып китә. Ут сыҡҡан мәлдә өйҙә йорт хужаһы Радик өс балаһы – 2007 йылғы ҡыҙы һәм 2009, 2016 йылғы ир балалары менән өйҙә була. Был ваҡытта ҡатыны Ирина төнгө сменала эштә булып ҡала. Йөрәк әрнеткес хәл тураһында Ирина үҙе эшләгән быяла заводында ишетә...

Атаһын ҡотҡарам тип, үҙе лә һәләк булған...Атаһын ҡотҡарам тип, үҙе лә һәләк булған...
Атаһын ҡотҡарам тип, үҙе лә һәләк булған...

14 йәшлек ҡыҙҙары төн уртаһында өйҙәрендә ут сығыуҙан һиҫкәнеп уяна, шаңҡып ҡалған бала ҡапыл һикереп тора ла, янған өйҙән 12 йәшлек туғанын алып сыға. Күҙ-асып йомған арала 12 йәшлек туғаны ялҡын эсенә киренән инеп юғала. Шул мәлдә юл аша йәшәгән күршеләре төнгө тынлыҡты ярып йөрәк өҙгөс итеп ҡысҡырған тауыш ишетеп ҡала һәм шунда уҡ ярҙамға ташлана. Әммә һуң була – малай атаһы менән бергә һәләк була... Ҡыҙ өҫкө ҡатта биш йәшлек туғаны тороп ҡалғанлығын әйтә. Күршеләре, янған өйҙөң өҫкө ҡаттағы тәҙрәһе аша инеп, малайҙы ҡотҡара.

Янғын һүндереүселәр утты һүндергәндә 37 йәшлек ир менән 12 йәшлек малайҙың мәйетен таба.

... Өс балаһы менән урамда тороп ҡалған ҡатын әле һаман был хәлде аңлап етә алмай.

– Бәләкәй улыбыҙ ни булғанын иҫләп ала ла, онотоп та китә. Ә бына 14 йәшлек ҡыҙым бик ауыр кисерә, үҙ-үҙенә йомолдо. Үҙем өс балам хаҡына бирешмәҫкә тырышам, – ти Ирина.

 Бер тапҡыр ялҡындан алып сыҡҡан 12 йәшлек улдары ни өсөн киренән янғын эсенә инеп киткән – хәҙер бер кем дә бер нәмә лә әйтә алмай. Меҫкен бала, күрәһең, атаһын ҡотҡарам тип уйлағандыр инде. Әле тәфтишселәр килеп тыуған бәләҡазаның сәбәбен асыҡларға тырыша.

Күршеләре лә, Радиктың дуҫтары ла был хәлгә һаман ышана алмай, аптырашта ҡалған. Нисә йыл төҙөгән йорт бер нисә минут эсендә юҡҡа сыҡҡан. Шул тиклем тәртипле, егәрле, башҡаларға өлгө булырҙай ғаиләлә шундай ҡот осҡос хәл килеп сығыуы башҡа һыйырлыҡ түгел. Донъяларын гөлсәскәгә күмеп гөрләтеп йәшәйҙәр ине, тип уфтана күршеләре.

Эсеп, аҙып-туҙып, кеше менән әрепләшеп йөрөгән кеше түгел ине, асыҡ күңелле, яҡшы кеше ине тиҙәр Радик хаҡында. Балалары тураһында ла тик ыңғай ғына һүҙҙәр әйтәләр мәктәптә. Оло ҡыҙҙары Ҡазанда уҡып йөрөй.

 Өй янғанда бөтә документтар ҙа янып юҡҡа сыҡҡан. Янған өйҙө тәртипкә килтергәнсе, йәшәр урыны булмаған ғаилә хәҙер ҡайҙа барыр – Ирина аптырашта ҡалған. Барлыҡ өмөтөм туғандарҙа, ти ул. Шулай уҡ, әлбиттә, был хәлгә битараф булмаған һәр кем ярҙам ҡулы һуҙа ала.

Ғәбитовтарҙың күршеләре был хәлгә вайымһыҙ ҡалмаған. Әле кем күпме булдыра ала – аҡсалатамы, әйберләтәме ярҙам итергә уйлайҙар. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов бәләгә тарыған ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә итте.

Ни хәл итмәк кәрәк, бәлә-ҡазалар урап үтһен, имен булайыҡ тип теләйек, ә Ғәбитовтарға сабырлыҡ бирһен Хоҙай!

Роза САФИНА.

Атаһын ҡотҡарам тип, үҙе лә һәләк булған...
Атаһын ҡотҡарам тип, үҙе лә һәләк булған...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас