

Бар донъяға йән өрөүсе, йәм биреүсе – әсә кеше. Сөнки балаға ғүмер биреү һәләте – кешелектең иң ҡәҙерле һәм мөһим бурысы. Быуын сылбырын дауам итерҙәй нәҫелең булмаһа, Ер йөҙөндә башҡарылған асыштарҙың да, бөйөк эшмәкәрлектәрҙең дә әһәмиәте юғала... Бар донъяның йәме ул – ҡатын-ҡыҙ!
Башланған һүҙем тормошобоҙҙағы изге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе, ғәзиздәрҙән-ғәзиз, яҡын кешебеҙ – әсәйебеҙ Вәлимә Ғиниәт ҡыҙы Таҡаева хаҡында булыр.
Башҡортостаныбыҙҙың йәмле, хозур тәбиғәтле Йылайыр районының Ҡәнзәфәр (Һаҡтау) ауылында икенсе бала булып Хоҙайбирҙиндар ғаиләһендә донъяға килә ул. Бала саҡ ваҡыты ауыр осорға тура килгән быуын вәкиле булараҡ, үткер, эшсән, алсаҡ булып үҫә. Йомағужа ауылына килен булып төшкәс тә ауыл халҡы араһында хөрмәткә лайыҡ була. 40 йыл һатыу өлкәһендә эшләп, әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары алып хаҡлы ялға сыға.
Ете балаға(!) ғүмер биреп, тәрбиәләп, уҡытып, кәңәштәрен, фатихаларын биреп, үҙ аллы тормош юлына оҙатты беҙҙе әсәй. Һәр беребеҙгә өйрәткән эштәре, тормоштоң нескәлектәрен аңлатып, аҡыллы кәңәштәрен биреүе барыбыҙға ла ҙур этәргес көс. Әлеге ваҡытта 11 ейән-ейәнсәре бар.
Әсәйебеҙҙең бешергән аштары, тәмле сәйе, йылы икмәге, төрлө тәмлекәстәре менән әле булһа өҫтәле һығылып тора.
Донъя булғас төрлө хәлдәр була, йәш килеш тол ҡалһа ла, һығылып төшмәне, тормош ауырлыҡтарынан һынманы, бер үҙе донъя тотҡаһын һаман да ныҡлы тотоп килә. Төрлө саҡтар булғандыр, йырҙағыса, етебеҙ – ете шатлыҡ ҡына түгел, ете бәлә лә булып киткәнбеҙҙер ҡайсаҡ. Әммә әсәй бер ҡасан да беҙгә зарланмай, тыныс ҡына, шым ғына тормош йөгөн тарта килә. Яңғыҙ көйө ете баланы аяҡҡа баҫтырыу тураһында уйлай китһәң, ниндәй ауыр йөк күтәргән бит әсәй! Хәҙер башлы-күҙле булып бөттөк тә ул, ә беҙҙе аяҡҡа баҫтырғансы күпме көс түккән ул! Ашатырға-кейендерергә, кеше араһында кәм-хур булмаһын тип баш ватырға. Ә бит гел генә дәүләттән аҡса килеп торманы, эшһеҙлек, бөтә байлығың үҫтергәнеңә – һарайҙа тотҡаныңа ҡайтып ҡалған саҡтар ҙа бар ине. Өҫ-башты, тамаҡты ҡарау ғына түгел, әсә наҙы менән бер рәттән, атай тәрбиәһе лә бирергә кәрәк ине, ул бурысты ла лайыҡлы ҡатын-ҡыҙ көйө йырып сыҡты әсәй! Әсәйебеҙгә, үкенескә ҡаршы, ике тапҡыр бала ҡайғыһын да кисерергә тура килде. Эйе, йөрәк аҫтында йөрөткән балаһын юғалтҡанда ниндәй Әсә йөрәге нисек түҙҙе икән...
Инде гел шулай Хоҙай Тәғәләм сәлә-мәтлектән айырмаһын, балаларың-дың изгелеген, игелеген күреп, ҡайтҡан һайын беҙгә кәңәштәреңде биреп йәшә лә йәшә, Әсәй. Һин булғанда ғына күгебеҙ яҡты, тормошобоҙ тыныс. Беҙ һиңә ба-рыһы өсөн дә мең-мең рәхмәтлебеҙ!
Гөлнара ТАҠАЕВА.
Фото ғаилә архивынан.