Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2021, 05:00

Минең әсәйем дүртәү...

Бәхет әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында тиҙәр. Таныштарымдың 80-90 йәшлек әсәйҙәре булғанға көнләшеп ҡарайым да бер үк ваҡытта шатланам улар өсөн.

Минең әсәйем дүртәү...Минең әсәйем дүртәү...
Минең әсәйем дүртәү...

Ә мин әсәйемде (Миңниса Миһлейәр ҡыҙы Биккинина) иҫләмәйем дә, сөнки ул яман шеш ауырыуынан, 43 кенә йәшендә ете балаһын етем итеп, фани донъяларҙан китеп барған. Миңә өс йәш кенә булған, шуға атайыма, һуғыш ветеранына һәм инвалидына икенсе тапҡыр өйләнергә тура килә. Эйе, беҙҙе үгәй әсәй ҡарап үҫтерҙе. Хәҙерге ваҡытта ата-әсәһе иҫән булып та балаларын ҡарамай, балалар йортона биргәндәр бар. Шуның менән сағыштырғанда, үгәй әсәйем Миңнегөл Зәкәриә ҡыҙының ете бала өҫтөнә инвалид иргә барыуын ҙур батырлыҡ тип уйлайым! Мин уға ла мең-мең рәхмәтлемен.


10 класты бөтөргәндән һуң мине атайымдың һеңлеһе Зәйнәп апай ҡараны, медучилищены бөтөрөп, акушер булып эшләнем, апайым мине туйҙар яһап, кейәүгә бирҙе. Уға ла ҙур рәхмәт! Ҡәйнәм Хәтимә лә мине үҙ ҡыҙы кеүек яратты. Мине тыуҙырған, үҫтергән, тәрбиәләгән әсәйҙәремә мең рәхмәтлемен, яҙмышыма бик ризамын. Хәҙер миңә 60 йәш. Хаҡлы ялда булһам да, эшләп йөрөйөм, ике бала әсәһемен. Ҡыҙымдың бер ҡыҙы, бер улы бар. Мин бәхетле әсәй ҙә, өләсәй ҙә.
Иҫән саҡта әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белһендәр балалар, хөрмәт итһендәр.
Тапҡан әсәй генә әсәй түгел, һине баҡҡан, ҙур тормош юлына илткән кеше лә, минеңсә, Әсә!


Гөлсөм ИРАЛИНА.

Минең әсәйем дүртәү...
Минең әсәйем дүртәү...
Автор:
Читайте нас