

Әсәлек – ул ябай булмаған һәм яуаплы хеҙмәт, шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙ асылын асҡан баһалап бөтөргөһөҙ бүләк. Әсәйҙәр һәр саҡ ярҙам итә, яңы бейеклектәргә дәртләндерә, үҙенең хәстәрен һәм йылыһын бүләк итә. Әсә һөйөүе яҡты нур бөркөп беҙҙең бала саҡты балҡыта һәм олоғайғас та бөтә ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ менән үткәрергә көс бирә.
Күп балалы һәм ҡарауға бала алып тәрбиәләгән әсәләргә рәхмәтемде еткерәм. Һеҙҙең киң күңеллелегегеҙ һәм мәрхәмәтлелегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Ҡәҙерле әсәйҙәр, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың һөйөүен теләйем! Һәр көнөгөҙ шатлыҡ һәм бәхет менән тулһын әйҙә!
Рөстәм Ғәзизов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.