Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 17:57

Башығыҙға боҙ төшмәһен!

Административ комиссия, һауа шарттарына бәйле, ҡыйыҡтарҙан боҙбармаҡтар, ҡар ишелеп төшөүе ихтимал тип иҫкәртә.

Башығыҙға боҙ төшмәһен!
Башығыҙға боҙ төшмәһен!

Ҡыйыҡтарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартыу  мәьәләһе буйынса биналарҙың хужалары һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмалар яуаплы.

Ҡыйыҡтарҙы боҙҙан таҙартыу көндөҙгө сәғәттәрҙә генә башҡарылырға тейеш. Ҡарҙы ташларҙан алда транспорт саралары хәрәкәт итә торған ерҙә, йәйәү йөрөй торған урындарҙа иҫкәрткес сикләү билдәләре ҡуйып, хәүефһеҙлек саралары булдырыу мотлаҡ.

Биналарҙың ҡыйығынан алып ташланған ҡар, боҙ киҫәктәре өс сәғәтән артыҡ ятырға тейеш түгел, махсус урындарға сығарылырға тейеш.

Административ комиссия предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәрен ҡала халҡы хәүефһеҙлеген булдырыу мәсьәләһенә яуаплы ҡарарға саҡыра.

Биналарҙың ҡыйыҡтарын ҡарҙан, боҙбармаҡтарҙан ваҡытында таҙартмаған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала.
Хөрмәтле ҡала халҡы, әгәр ҙә берәй бинаның ҡыйығында боҙмармаҡтар күреп ҡалһағыҙ, административ комиссияға мөрәжәғәт итергә мөмкин.  Фотоға төшөрөп, электрон почтаға: [email protected]. ебәрә алаһығыҙ. Белешмә өсөн телефон: 24-08-24.
Административ комиссия

Башығыҙға боҙ төшмәһен!
Башығыҙға боҙ төшмәһен!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: