Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 06:20

Башҡортостанда йәшәүселәр республиканан ситтә 2,8 мең йорт һәм фатир һатып алған

Ҡырым, Краснодар крайы, Силәбе өлкәһе, Санкт-Петербург, Ырымбур, Татарстан, Сургут (ХМАО-Югра) башҡортостандарҙа айырыуса популяр.

Башҡортостанда йәшәүселәр республиканан ситтә 2,8 мең йорт һәм фатир һатып алғанБашҡортостанда йәшәүселәр республиканан ситтә 2,8 мең йорт һәм фатир һатып алған
Башҡортостанда йәшәүселәр республиканан ситтә 2,8 мең йорт һәм фатир һатып алған

Быйыл ун айҙа Башҡортостанда башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр тарафынан теркәлгән күсемһеҙ милек объекттары һаны 15% артҡан. Бөтәһе 13 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Росреестр идаралығынан.

Татарстан, Силәбе, Төмән, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Мәскәү һәм Санкт-Петербург, Пермь крайы халҡы Башҡортостандағы күсемһеҙ милек менән ҡыҙыҡһына.

2021 йылдың апреленән экстерриториаль килешеүҙәр механизмы ябайлаштырылған. Хәҙер Рәсәйҙең теләһә ниндәй күп функциялы үҙәгендә күсемһеҙ милекте теркәү өсөн ғариза бирергә мөмкин, тип билдәләнеләр Росреестрҙа, тип хәбәр итә Башинформ.

Фото яндекс.

Автор:
Читайте нас