Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Декабря 2021, 09:55

Мунсаға барып, өшөп ҡайттыҡ

Ауыл балаһы булғас, ваннамда гөжләп эҫе һыу ағып торһа ла, мунса инергә яратам мин. Сабынып, тиреңде сығарып, тәнеңә, йәнеңә ял алып ҡайтһаң, йәшәгеләр килеп китә!

Мунсаға барып, өшөп ҡайттыҡМунсаға барып, өшөп ҡайттыҡ
Мунсаға барып, өшөп ҡайттыҡ

Ҡалала хәҙер, Аллаға шөкөр, мунсалар күп, аҡсаң ғына булһын, теләгән урында теләгән ваҡытта инеп китәһең. Тик сифаты ла төрлө шул уларҙың. Быйыл көҙ, мәҫәлән, яңы мунсала инәйем әле тип “Банная усадьба” тигәненә йүнәлдек әбей менән. Килдек тәғәйен ваҡытҡа, бер аҙ көттөрҙөләр. Ярай инде, уға ла риза. Тик, көттөрөп тә, мунса йылынып өлгөрмәгән булып сыҡты, иҙәнгә баҫырлыҡ түгел, ташы тураһында әйтеп тә тормайым. Мин ярай, өшөй-өшөй йыуындым да ул, әбей, өйҙә йыуынам тип, бөтөнләй сығып китте. Һуң, ваҡыт билдәләгәс, ниңә яғып тормаҫҡа, элек беҙ бәләкәй саҡта ауылда кешене мунсаға саҡырһаҡ, алдан яғып, эҫертеп, миндеген әҙерләп-бешереп ҡуя инек.

...Сыҡтым, бейек өҫтәл артында ултырған ҡыҙҙарға дәғүә белдерәм – иҫтәре лә китмәй:
– Аҡсағыҙҙы түләнегеҙ, хеҙмәтте ҡабул иттегеҙ, – тиҙәр. Тауышты көсәйтә төштөм.

– Ярай, директорға шылтыратырбыҙ ҙа, яңынан килерһегеҙ башҡа көндө, – тип тынысландырҙылар. Ҡайҙа бараһың, ҡайтып киттек. Шылтыратыу көтәм, юҡ. Аптырағас, үҙем шылтыраттым. “Директор рөхсәт итмәне, хеҙмәт күрһәтелгән бит, тип әйтте”, – тинеләр ҙә вәссәләм. Ни аҡса юҡ, ни мунса һыуыҡ булып сыҡты. Хеҙмәт күрһәтелгән дә бит, тик сифатһыҙ шул. Инеп йыуынғас, мунса хужалары әйтмешләй, үпкәләп тә булмай, башҡа органдарға ялыулашып йөрөй торған кеше лә түгелмен.

Дөрөҫөн әйткәндә, мунсаһына ла, аҡсаһына ла иҫем китмәй минең. Беҙҙең һымаҡ оло кешеләргә әлеге-ләй бизнесмендарҙың мөнәсәбәтенә асыу килә. Әҙергә бәҙер хужа булдылар ҙа киттеләр. Ҡайҙа һуң беҙҙең ҡырҡар-иллешәр йыл буйы завод-фабрикаларҙа иртә таңдан ҡара төнгә тиклем һаулығыбыҙҙы ҡорбан итеп эшләгән эшебеҙ өсөн хөрмәт?!. Заводтар ҙа юҡ, хөрмәте лә улары менән бергә юҡҡа сыҡты, булһалар ҙа, тупһа аша инеп булмай хәҙер. Завод ҡына түгел, ошо мунса урынлашырлыҡ урамдар ҙа төҙөнөк бит, йорттар, биналар.
Әбей менән мунсанан тәнебеҙ генә түгел, йәнебеҙ ҙә өшөп ҡайтты...

Нәжип ХӘКИМОВ,
хеҙмәт ветераны.

Автор:
Читайте нас