Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Декабрь 2021, 06:00

ТЕЛ КҮРКЕ – “ӨЛӘСӘЙ ҺАНДЫҒЫ”НДА

“Алтынай” балалар баҡсаһында рухи саралар үтә Билдәле булыуынса, 7 декабрҙән 14 -нә тиклем Башҡорт теле аҙналығы иғлан ителде. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-cө гимназияһы ҡарамағындағы “Алтынай” балалар баҡсаһы ла ошо сараларҙан ситтә ҡалманы.

ТЕЛ КҮРКЕ – “ӨЛӘСӘЙ ҺАНДЫҒЫ”НДАТЕЛ КҮРКЕ – “ӨЛӘСӘЙ ҺАНДЫҒЫ”НДА
ТЕЛ КҮРКЕ – “ӨЛӘСӘЙ ҺАНДЫҒЫ”НДА

Тел – иң боронғо тарихи сығанаҡтарҙың береһе. Телдең үҫеше, донъяға таралышы, үҙгәрештәре, үҙенсәлектәре халыҡтар тарихының үҫешенә ҡайтып ҡала һәм урындағы мөхиткә – тау-таш, ҡомлоҡ, диңгеҙ кеүек тәбиғәт үҙенсәлектәре менән бәйле. Ғөмүмән, телһеҙ тормошто күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Тик... бөгөн телдәргә бигерәк тә донъя күләмендә кире үҙгәрештәр янай. Шуға ла һәр халыҡ алдында үҙенең төп нигеҙен – телен һаҡлау бурысы етди төҫ ала.

Ә телде өйрәнеүгә теләк уятыу, телмәр үҫтереү, Башҡортостан миҫалында башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәселәрҙең төп бурысы булып тора. Был йәһәттән балаларҙың телмәрен үҫтереү буйынса беҙҙең балалар баҡсаларында көн һайын тиерлек төрлө эштәр алып барыла. Әлеге аҙналыҡта ҡатнашыу ҙа быға асыҡ миҫал булып тора.

Башҡорт теле аҙналығы сиктәрендә, бөтә төркөм балалар менән башҡорт халҡының тарихы, көнкүреше тураһында әңгәмәләр ҡорҙоҡ. Һәр көн башҡорт халҡының йолалары, төрлө күренештәре менән бәйле булды. “Өләсәйем һандығы”на арналған көндө беҙ балаларҙы баш-ҡорт халыҡ әкиәттәре менән таныш-тырҙыҡ. Мәҫәлән, “Шаян бесәй”, “Алтын тамсы”, “Йомро, йомро йом-ғағым” әкиәттәрен сәхнәләштереп тә ҡараныҡ. Шул тиклем матур итеп ролдәрҙе уйнауҙары бәләкәстәребеҙ-ҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен хайран ҡалдырҙы, сығыштары балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш килде. Кисәнең аҙағы “Балаларға ниндәй әкиәттәр уҡырға?” тигән һорауға яуаптар алыу менән тамамланды.

Сараларҙың онлайн рәүештә ойошторолыуына ҡарамаҫтан, бөтә ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Ә башҡаса булыуы мөмкин инеме һуң? Балаларының саф башҡортса йырҙар йырлауын, шиғырҙар ятлауын ҡарап ултырыу үҙе бер ғорурлыҡ бит! Бынан тыш, рәсем дәрестәрендә башҡорт милли кейемдәренең биҙәктәрен төшөрөп, әсәйҙәребеҙгә бүләк иттек. Балаларҙың иң ҡәҙерле ке-шеләренә бүләк яһау уларҙы тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе!
Башҡорт теле аҙналығына арнал-ған кисәләрҙә балалар бигерәк тә башҡорт халыҡ уйындарын үҙ итте. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған уйындар баланың телмәр, физик яҡтан үҫеше кимәлен үҫтереүгә генә булышлыҡ итмәй, ә баланың кәйефен дә күтәрә!

...Кешелек тарихының сығанағын, үҫешен ҡуйынына һыйҙырған, тыныс-лыҡ бөркөлөп торған башҡорт телен ҡурсалау, үҫтереү, киләсәк быуындарға еткереү – һәр башҡорт кешеһенең төп бурысы! Һәм беҙ, “Алтынай” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре был бурысты тулыһынса үтәргә тырышабыҙ һәм тырышасаҡбыҙ!

Илзирә ХӘБИБУЛЛИНА, тәрбиәсе,
Динара УРАҘАЕВА, педагог-психолог.
Айгөл ӘминЕва фотоһы.

ТЕЛ КҮРКЕ – “ӨЛӘСӘЙ ҺАНДЫҒЫ”НДА
ТЕЛ КҮРКЕ – “ӨЛӘСӘЙ ҺАНДЫҒЫ”НДА
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас