Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Декабря 2021, 06:25

Башҡорт теле көнөндә Радий Хәбиров Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле көнөндә шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскәләр һалды. Быйыл республика уның тыуыуына 190 йыл тулыуҙы билдәләй.

Башҡорт теле көнөндә Радий Хәбиров Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалдыБашҡорт теле көнөндә Радий Хәбиров Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды
Башҡорт теле көнөндә Радий Хәбиров Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды

Тантанала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев, хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Был дата 2019 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән раҫланды, ул XIX быуаттың бөйөк мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Үҙенең ижады менән ул Башҡортостан мәғарифы һәм милли әҙәбиәте үҫешенә ныҡлы йоғонто яһаны.

Аҡмуллаға һәйкәл 2008 йылда уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы скверға ҡуйылды. Композицияның төп идеяһы – шағирҙың балалар менән аралашыуы. Аҡмулла оҙайлы сәфәрҙән һуң бер ауылға килә һәм ял итеү, һыуһынын ҡандырыу өсөн шишмә яғына йүнәлә. Ул шишмә янына ултыра, ә уның янына ихлас тыңлаусылар – балалар йыйыла. Ошо мәлде мәңгеләштереү өсөн һәйкәл янына өйәңке ултыртҡандар һәм шишмә эшләгәндәр.

Башинформ.

Башҡорт теле көнөндә Радий Хәбиров Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды
Башҡорт теле көнөндә Радий Хәбиров Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды
Автор:
Читайте нас