Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Декабрь 2021, 13:05

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

Абынған һөрөнгәндән көлә.Ағас башын ел бутай, әҙәм башын тел бутай.Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк.Ағасына ҡарата балтаһы.

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәреБашҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

Ағыу менән дарыу бер заттан.
Аҙыҡлы ат арымаҫ.
Аҙыҡ мулда бисмилла артын ҡыҫа.
Айһыҙ атты, йылһыҙ ҡатынды маҡтама.
Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр.
Айыу сәмләнһә, ҡоралайҙы баҫтырыр.
Ай яҡтыһы ҡауыштырмаҫ, ҡояш нуры ҡыуандырмаҫ.
Аҡты ҡарайтыуы еңел.
Аҡһаҡ ултырмаҫ, һаҡау тик тормаҫ.
Аҡыл – алтын.
Аҡыллыға ым да етә. (Аҡыллыға – ишара.)
Аҡыллы уйлап ултырғансы, иҫәр эшен бөтөргән.
Аҡылһыҙ аҡырып алдырыр.
Аҡылыңды өскә бүл: берен һөйлә, икеһе эстә торһон.
Аҡ эт бәләһе ҡара эткә.
Алаһы ла, ҡолаһы ла – замана балаһы.
Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп.
Алғанда – бисмилла, биргәндә - әстәғәфирулла.
Алдыңдаң артың яҡшы.
Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ.

Автор:
Читайте нас