Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Декабрь 2021, 11:25

Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бара

Саралар 15-16 декабрҙә офлайн һәм онлайн үткәрелә. 

Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бараЫрымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бара
Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бара

Тәүге көндә Ҡыуандыҡ районы Ейәнсура ауылында күренекле башҡорт йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт хөкүмәте рәйесе, телсе, табип, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Мстислав Александрович (Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы) Ҡулаевҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Асыҡ сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Мөхәмәтхан Ҡулаев үҫәргән башҡорттарынан сыҡҡан (бәләкәй ырыуы – Сураш), 1873 йылдың 8 февралендә Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районында тыуған. Тәүҙә Мөхәмәтхан тыуған Ейәнсура ауылында мәсет ҡарамағындағы мәҙрәсәлә уҡыған, ә ике йылдан һуң яңы асылған рус-башҡорт мәктәбенә күскән. 1886 йылда Ырымбур гимназияһына уҡырға ингән. 1896 йылда гимназияны тамамлағандан һуң, Ҡазан университетының медицина факультетына уҡырға инеү маҡсаты менән Ҡазанға юл тотҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа дин кешеләренә унда юл ябыҡ була

. Шуға күрә Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы православие диненә күсергә ҡарар иткән һәм Мстислав Александрович исемен алған. Туғандары һөйләүенсә, ысынында христиан диненә күсеүҙең төп сәбәбе Тамара исемле рус ҡыҙына өйләнеү булған. 1902 йылда табип дипломы алғас, М. Ҡулаев Ҡазан госпиталенә табип итеп тәғәйенләнә. 1910 йылда уға медицина фәндәре докторы дәрәжәһе бирелә. Медицина фәненән тыш, ул башҡорт теленең фонетик төҙөлөшөн һәм грамматикаһын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Мстислав Ҡулаев – рус графикаһы нигеҙендә башҡорттар өсөн төҙөлгән алфавит һәм әлифба авторы. 1912 йылда «Башҡорттар өсөн өндәр әйтелеше нигеҙҙәре һәм әлифба» китабын сығара.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Ырымбур өлкәһе губернаторы Хакимиәте булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ырымбур өлкәһенең Төбәк һәм мәғлүмәт сәйәсәте министрлығы, Ырымбур өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы.

Башинформ.

Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бара
Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бара
Автор:
Читайте нас