Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Декабрь 2021, 08:00

Артур Сөләймәнов Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы рәйесе итеп тәғәйенләнде

Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы рәйесе итеп Рәсәй ислам университетының ректоры Артур Сөләймәнов тәғәйенләнде.

Артур Сөләймәнов Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы рәйесе итеп тәғәйенләндеАртур Сөләймәнов Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы рәйесе итеп тәғәйенләнде
Артур Сөләймәнов Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы рәйесе итеп тәғәйенләнде

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, кисә, 16 декабрҙә, Өфөлә Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһын булдырыу тураһында генераль килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ассоциация булдырыу проектын тормошҡа ашырыу 2019 йылдан бирле тикшерелде. Уның төп бурысы — берләштерелгән ислам мәғарифының заманса системаһын төҙөү.

Евразия ассоциацияһы составына Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Рәсәй ислам университеты, Ҡаҙағстан мосолмандарының Диниә назараты, «Нур-Мөбәрәк» Мысыр ислам мәҙәниәте университеты, Ҡырғыҙстан мосолмандарының Диниә назараты, Ҡырғыҙстан ислам университы, Тажикстан Республикаһы хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре һәм тантаналы йолаларҙы тәртипкә һалыу буйынса комитет, Әбү Хәнифә исемендәге Тажикстан ислам университеты, Беларусь Республикаһының мосолман дини берекмәһе, Белоруссия мөфтиәте һәм имам Термизи исемендәге Халыҡ-ара ғилми-тикшеренеү үҙәге.

«Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы дини белем биреү ойошмаларының, Евразия киңлеге мосолмандар Диниә назараттарының яңы интеграция майҙансығы булып тора. Ойошманы булдырыуҙың төп маҡсаты — Евразия киңлегендәге алдынғы ислам дини белем биреү ойошмалары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте киңәйтеү һәм нығытыу. Был — ислам динен традицион аңлауҙы һаҡлау, радикализм, экстремизмдың таралыуын иҫкәртеү, дин-ара һәм милләт-ара тыныслыҡты, татыулыҡты нығытыу, Евразия киңлегендә берләштерелгән ислам мәғарифының заманса системаһын төҙөү. Ассоциацияның бурыстары — Евразия ассоциацияһының берҙәм һәм универсаль интеграль платформаһында Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Беларусь, Тажикстан диниә назараттарының һәм ислам мәғарифы учреждениеларының хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Шулай уҡ ислам мәғарифын ойоштороу һәм уның күп кимәлле системаһын төҙөү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, үҙ-ара ҡулай белем биреү стандарттарын, төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларын әҙерләү һәм системаға һалыу бурыстары тора. Эштең төп йүнәлештәре — профессорҙар, уҡытыусылар кимәлендә тәжрибә менән уртаҡлашыу, берлектәге конференциялар, семинарҙар үткәреү, студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу, сәфәрҙәр ойоштороу, берләштерелгән электрон китапхана системаларын булдырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү», — тине Артур Сөләймәнов.
 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас