

Йылдың 11 айы эсендә 61 террористик закон боҙоу туҡтатылған, был иҫәптән 32 террористик акт кисектерелгән. «Был яҡшы һөҙөмтә, тик проблемалар бар әле», тип билдәләп үтте ил етәксеһе. Президент шулай уҡ, һуңғы 11 йыл эсендә терроризм йүнәлешендәге закон боҙоу һаны ҡыҫҡарыуы тураһында ла һөйләп үтте. Махсус хеҙмәттәр ярҙамында 200-ҙән ашыу терракт кисектерелгән.
Үҙенең мөрәжәғәтендә ил башлығы экстремизмдың Рәсәй берҙәмлегенә ҡурҡыныс менән яуанын аңлатты. Быға бәйле ул ксенофобия, социаль һәм дини дошманлыҡты ҡаты кисектерергә һәм граждандарҙы, бигерәк тә йәштәрҙе дәүләткә ҡаршы алып барылған законһыҙ эшмәкәрлеккә ҡушылыуҙан һаҡлап ҡалыу кәрәклеге тураһында билдәләне.
Февраль айында Владимир Путин шулай уҡ 2020 йылда террористик йүнәлешле 72 закон боҙоу туҡтатылыу тураһында хәбәр иткән ине. Ул ваҡытта ул ошондай енәйәттәрҙең дүрт тапҡырға артыуы тураһында билдәләп үтте. «Терроризм, сик буйҙарындағы енәйәттәр, кибер енәйәтселек кеүек сит тарафтарҙан килгән глобаль күренештәр кәмемәй» тигәйне үткән йылдағы һөҙөмтәләр буйынса ил башлығы.
#ФСО #ПУТИН #ПРЕЗИДЕНТРФ #терроризм #экстремизм