Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Декабрь 2021, 05:54

Рөстәм Нәбиев — Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Омскиҙа казарма емерелгәндә иҫән ҡалған Өфө егете Рөстәм Нәбиев Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһына ағза итеп алынды. Был хаҡта Палата сайтында хәбәр ителә.

Рөстәм Нәбиев — Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһыРөстәм Нәбиев — Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Рөстәм Нәбиев — Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы

Яңылыҡҡа Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев аңлатма бирҙе.

«Яҡташым, Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиев Рәсәй президенты указы менән Йәмәғәт палатаһы составына индерелде», — тип яҙҙы ул.

Нәбиев шулай уҡ параспортсы, блогер, ҡулдары менән Рәсәйҙең һәм Европаның иң юғары нөктәһе Эльбрусҡа менеп еткән тәүге кеше булараҡ билдәле.

#Путин

Башинформ.

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас