

Статистиканан күренеүенсә, Яңы йыл осоронда эскән килеш өйҙә тәмәке тартыу, үҙаллы эшләнгән йылытҡыстар, сифатһыҙ һәм рөхсәтһеҙ етештерелгән пиротехника ҡулланыу арҡаһында янғын осраҡтары бермә-бер арта. Салюттар – дөрөҫ ҡулланмаған осраҡта, ҙур бәләгә тарытыусы шартлатҡыс әйбер ул. Мәҫәлән, былтыр бер ҡалала фейерверкты дөрөҫ урынлаштырмау сәбәпле, ул ҡырын ата башлай һәм тотош бер йорт заряд «яуы» аҫтында ҡала. Бәхеткә күрә, кешеләр зыян күрмәй.
– Иң тәүҙә фейерверк өсөн урын һайлағыҙ. Ул иркен ихата, асыҡ майҙансыҡ, ағастар үҫмәгән, башҡа төрлө ҡоролмалар булмаған сквер йәки аҡлан булырға мөмкин. 100 метр радиуста янғын хәүефе янаған объекттар, автомашиналар, гараждар һәм йорттар булмаҫҡа тейеш. Фейерверк тәҙрә йәки форточкаға, балкон йәки сарҙаҡҡа эләгеүе ихтимал. Пиротехниканы фатирҙа, офиста һәм эргәлә күмәк кеше булғанда бөтөнләй ҡулланырға ярамай;
– Әгәр тышта көслө ел булһа, шоуҙы кисектереп тороғоҙ, сөнки елле мәлдә хәүеф биләмәһе өс-дүрт тапҡырға киңәйә;
– Ҡарап тороусылар 30 – 50 метр ситкә китергә тейеш, кешеләр ел ыңғайына тормаһын;
– Әгәр фитиль ҡапыл һүнеп, фейерверк тоҡан-маһа, ун минут самаһы көтөгөҙ, пиротехниканың эшләмәүенә ныҡлап ышан- ғас ҡына эргәһенә барығыҙ;
– Фейерверктарҙы махсус сауҙа нөктәләренән генә һатып алығыҙ. Беренсенән, был – хәүефһеҙ, сөнки улар продукцияны һыналған заводтарҙан ғына ала. Тауарҙың мотлаҡ сертификаты (быны һорай алаһығыҙ), рус телендә яҙылған ҡулланыу ҡағиҙәһе, сифатлы ҡабы булырға тейеш. Һәр хәлдә бындай фейерверк ҡулда килеш шартлап, хәүеф тыуҙырмаясағына ышанырға мөмкин. Бынан тыш, махсус сауҙа нөктәләрендә төрлө йыйылмаларҙың нисек эшләүе тураһында видеояҙмалар ҡарарға мөмкин. Тауар һайлағанда күпме «эшләү» ваҡытына, эффекттарына һәм залптар һанына иғтибар итегеҙ.
Ниндәй генә салют һайлаһағыҙ ҙа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Фейерверкты бер яҡ ситенән тоҡандырығыҙ, өҫтөнә ҡапланмағыҙ, иң яҡшыһы – ситтән сүкәйеп ултырыу. Әгәр фейерверк тоҡанмаһа, һелкетмәгеҙ, эсен ҡарамағыҙ, өҫ яғынан эйелмәгеҙ: эсендә янып китә алмаған фитиль булыуы ихтимал.
Зинһар өсөн, пиротехниканы балаларға бирмәгеҙ. Улар ҡулында сифатлы тауар ҙа, урамда һатылған арзан петардалар ҙа хәүефле. Петарданың бер матурлығы ла юҡ, бары тик тауыш ҡына сығара. Ә күпме балаларҙың ҡулын, күҙен йәрәхәтләй, урамда бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе ҡурҡыуға һала. Бер нисә йыл элек шундай хәл булды: малайҙар шаярып петарда ташлай, ә ул сабый ятҡан балалар арбаһына эләгә. Мөғжизә арҡаһында ғына ҡаза булмай ҡала. Ә бит барыһы ла икенсе төрлө булыуы ла ихтимал ине.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Ҡулланылған пиротехниканы нимә эшләтергә?
Фейерверкты (эшләмәгәнен дә, сөнки уның бер нисә минуттан тоҡанып китеүе ихтимал) һыулағыҙ. Уны 15 минутҡа (төнгөлөккә лә мөмкин) һыулы биҙрәгә һалығыҙ.
Запалды сығарығыҙ. Төҫлө шартлау барлыҡҡа килтергән берләшмәләр составында һауаны ғына түгел, һыуҙы ла бысратҡан металдар бар.
Салюттан һуң барлыҡҡа килгән барлыҡ сүп-сарҙы йыйып алығыҙ, еүеш фейерверкты бер нисә ҡат пакет эсенә һалығыҙ.
Фейерверктарҙы компостларға һәм эшкәртергә ярамай! Уны көнкүреш ҡалдығы булараҡ утилләштерергә кәрәк.
Әгәр фейерверкты сүп-сар контейнерына ташларға теләмәһәгеҙ, урындағы янғын бүлексәһе менән бәйләнешкә инегеҙ. Ҡайһы бер янғын частары фейерверктарҙы утилләштереү өсөн ҡабул итә.
ИҒТИБАРҒА АЛЫҒЫҘ
Әгәр яныу осрағы булһа
Фейерверк тоҡандырған мәлдә тәнегеҙҙе бешерһәгеҙ, янған урын тирәһенә (яраның үҙенә түгел!) йомшаҡ туҡымаға төрөлгән һалҡын һыулы йәки боҙло пластик шешә һалығыҙ.
Күҙегеҙгә тейһә, һалҡын һыу менән йыуығыҙ; тын юлы зыян күрһә, өҫкә ҡарап ятырға, тын алышын контролдә тоторға һәм «ашығыс ярҙам» машинаһы килеүен көтөргә кәрәк.
Шулай ҙа булыуы бар: тыш яҡтан бер ниндәй ҙә йәрәхәт юҡ, ә кеше үҙен насар тоя. Был осраҡта контузия булыуы ихтимал. Зыян күреүсене һалып, тиҙ арала табип саҡыртығыҙ.
Ғәҙәттән тыш хәл осрағында шунда уҡ 112 берҙәм һандарын йыйығыҙ. Был номерға сим-картаһыҙ, иҫәбендә аҡса булмаған, клавиатураһына блокировка ҡуйылған телефондан да шылтыратып була.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.