Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Декабрь 2021, 04:35

2022 йыл ниндәй йыл буласаҡ?

2021 йылда   Башҡортостанда  «Мәғариф»  милли проектына  4,5 млрд һум тирәһе аҡса бүленгән. БР мәғариф министры Айбулат Хажин республика журналистары менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләне.

2022 йыл ниндәй йыл буласаҡ?2022 йыл ниндәй йыл буласаҡ?
2022 йыл ниндәй йыл буласаҡ?

2022 йыл «Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы» тип иғлан ителде.  Ошоға бәйле, министр  пландар тураһында ла һөйләне. Саралар программаһы 1 февралгә тиклем әҙер буласаҡ. Айбулат  Хажин осрашыу ваҡытында, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәшлек иткәне өсөн,  хәбәрселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Улар араһында  БСТ хеҙмәткәре Екатерина Тимиряева, Алһыу Түзбәкова, Айгөл Ҡужагилдина һәм Гүзәл Борханова бар.

Р.УСМАНОВА.

2022 йыл ниндәй йыл буласаҡ?
2022 йыл ниндәй йыл буласаҡ?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас