Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Декабрь 2021, 12:30

Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!

Хөрмәтле ҡала халҡы!  Йөрәк түремдән сыҡҡан Яңы 2022 йыл менән ҡайнар ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!

Үтеп барған йылдың һуңғы мәлдәре – ул эшләнелгән эштәргә йомғаҡ яһау, баһа биреү ваҡыты. Уҙып барған йылда беҙгә ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүгә һәм уның үҫешенә йүнәлтелгән бихисап проекттарҙы тормошҡа ашырырға насип булды. Хөрмәтле ҡала халҡы, һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм күңел биреп башҡарған эштәрегеҙ арҡаһында Стәрлетамаҡ тағы ла йәмлерәк һәм гүзәлерәк була бара. Әммә ләкин беҙ ирешелгәндәр менән генә сикләнергә уйламайбыҙ һәм ғәзиз ҡалабыҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәте өсөн эшләүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ.

Яңы йылда теләктәр теләү йолаһы бар. Иң яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын әйҙә! Ҡәҙерле дуҫтар, әйҙәгеҙ, яҡшы үҙгәрештәргә ышанайыҡ, уларҙы бойомға ашырыу өсөн ҡулыбыҙҙан килгәнсә тырышайыҡ. Үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙға һәм дуҫ-иштәребеҙгә, хеҙмәттәштәребеҙгә (коллегаларыбыҙға) һәм күршеләребеҙгә ҡарата иғтибарлыраҡ, йомартыраҡ, хәстәрлерәк булайыҡ!

Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы, ысын күңелдән һеҙгә Яңы йылда ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр һәм муллыҡ теләйем! Яңы йыл шатлыҡлы ваҡиғаларға бай һәм барлыҡ эштәрҙә һәм башланғыстарҙа уңышлы булһын. Байрам менән! Яңы 2022 йыл менән!

Ихтирам менән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас