

Әлегә «Өфө» аэропортынан самолеттар башҡа маршруттар буйынса оҙатыла.
Ә инде пассажирҙарға килгәндә, самолетта пландан тыш осоп килгән һәм аэропортта көтөргә мәжбүр булған кешеләр эсемлектәр һәм йылы аш менән тәьмин ителгән. Осош мәлен 8 сәғәттән ашыу көткән пассажирҙар «Өфө» аэропорты ҡунаҡханаһына урынлаштырылған.
Республикаға идара итеү үҙәге командаһы Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәткәрҙәренә, ял көнөндә лә эштә булғандары һәм мәғлүмәт менән тәьмин иткәндәре өсөн рәхмәт белдерә.