Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Ғинуар 2022, 05:35

Хуш киләһең, Яңы йыл!

Китмәҫ кеүек, бөтмәҫ кеүек инеБыл һынауҙар, юғалтыуҙар йылы...Ана, һанай һуңғы минуттарын,Тарих төпкөлөндә – барыр юлы.

Хуш киләһең, Яңы йыл!Хуш киләһең, Яңы йыл!
Хуш киләһең, Яңы йыл!

Үтһен инде, үтһен!
Яңы йылдар
Килһен бары шатлыҡ менән тулып.
Күк юлбарыҫ ҡаға ишегебеҙ
Ап-аҡ ҡарлы шаян буран булып...
Хуш киләһең, әйҙә, өр-яңы йыл!
Өмөт булып ин һин һәр йортҡа.
Йомартлығың менән ҡыуандырып,
Туйындырып илде нур, ҡотҡа!


Рәмзәнә Абуталипова.

Автор:
Читайте нас