

“Мир күргәнде беҙ ҙә күрербеҙ”, - ти ине өләсәй мәрхүмә. Пандемия, ҙур саралар... “Ашҡаҙар” гәзитен быларҙың береһе лә урап үтмәне, журналистар һәр ваҡыттағыса ваҡиғалар уртаһында ҡайнап, яҡтыртып барҙы. Тажлы зәхмәткә бәйле мәҡәләләребеҙҙә был афәттән һаҡланыу йәһәтенән мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт бирергә тырыштыҡ. Хатта был темаға бәйле булмаған яҙмаларҙа ла битлек кейгән кешеләр тора ине шул... Улай ғына ла түгел, авторҙарыбыҙҙы, гәзит уҡыусыларҙы ла юғалттыҡ... Ни ҡылаһың, үпкәбеҙ ҙә, дәғүәбеҙ ҙә юҡ.
Шулай ҙа... Тормош дауам итә, быйыл редакция өсөн табыштар ҙа булманы түгел, ниһайәт, арабыҙға йәш көстәр инде, хәҙер Гөлкәй Ҡыуатова – күптәрҙең яратҡан авторы. Ниндәй темаға тотонһа ла, үткер ҡәләмле журналист яҡтыртҡан темалар йөрәккә үтеп инә, уйландыра. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы итеп, уҡымлы итеп тә яҙа ул мәҡәләләрен. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә коллегабыҙ Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын, Бөтә донъя фолькориадаһын яҡтыртыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде! Ҡотлайбыҙ, афарин, Гөлкәй! Бүләкте уға Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов тапшырҙы.
Бынан тыш, ниһайәт, гәзит тарихында тәү тапҡыр грант отоуға ирештек! Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы гранты фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылған “Башҡортса бейейем!” тигән проект менән танышырға саҡырабыҙ. Эйе, хәҙер гәзит журналисы ҡағыҙ (ҡағыҙ гәзит) менән генә эшләмәй шул. Мәғлүмәт башлыса интернеттан килеү сәбәпле, виртуаль донъяла ла гөрләйбеҙ! Мәҡәләләребеҙҙе айына 250 меңдән ашыу кеше уҡый интернетта. Шулай ҙа, шөкөр ҡылайыҡ, ҡулына ҡағыҙ вариант гәзитте алып уҡыған уҡыусыларыбыҙ ҙа бар! Улар иң ҙур байлығыбыҙ ҙа инде! Рәхмәт һеҙгә, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ! Шуныһы бигерәк ҡыуаныслы: 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит уҡыусыларыбыҙ (быйылғы менән сағыштырғанда), ниһайәт, тағы артты!
Бына шундай йомғаҡтар һәм өмөттәр менән ҡаршы алабыҙ беҙ 2022 йылды. Яңы йыл теләктәре күп була. Әммә бөгөн бер генә теләк еткерге килә: ниһайәт, битлекһеҙ фотоһүрәттәр биҙәһен ине “Ашҡаҙар” гәзитен!.. Имен булайыҡ, һау булайыҡ! Бергә-бергә!
Рәмил МАНСУРОВ,
“Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире.