

Бәләкәйҙән – сәхнәлә
Күркәм тәбиғәтле Усман ауылында тыуған сәмле, хисле, нескә күңелле ҡыҙ Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡыған сағында уҡ район күләмендәге ярыштарҙа йыр һәм спорт буйынса алдынғылыҡты бирмәй, вожатый ҙа, комсорг та, профорг та булып һайлана.
Сәнғәткә һөйөү уға әсәһе Ғәтиәнән күскәндер. Юҡҡа ғына халыҡ: «Ғаиләһендә ни күрһә, үҫкәнендә шул була», – тимәй бит. Үҙенең беренсе уҡытыусыһы Аман Юлъяҡшинды ла хөрмәтләп иҫкә ала: “Йырға, сәнғәткә юл күрһәтеүсе остазым булды”, – ти.
Стәрлетамаҡтағы культура-ағартыу училищеһына уҡырға ингәс, уҡытыусыһы Әсмә Шайморатова өмөтлө йырсыға фатихаһын биреп, талантын, һәләтен тағы ла асығыраҡ, балҡыуыраҡ итергә ярҙам итә. “Тормош юлымда ярҙам иткән ошо шәхестәргә ғүмер буйы рәхмәтлемен”, – ти Вәсилә апай, ошо осорҙан йыр уның айырылғыһыҙ юлдашы булып китә. Шул ваҡыттан бирле ул – сәхнәлә.
Тормошта ла беҙ – бергә
Хәтирәләр йомғағын һүткән ваҡытта Вәсилә апай менән интернатта бергә эшләгән йылдар иҫкә төшә. Йөҙөп йөрөп эшләнек. 25 йыл элек (элекке гөрләп торған «Төҙөүселәр» мәҙәниәт һарайында уның 50 йәшлек юбилейы тантанаһы үтте. Мин дә уҡыусыларым менән сәхнәгә күтәрелдем, бик матур ҡотлау һүҙҙәре әйттек, бүләктәргә, сәскәләргә күмдек.
Стәрлетамаҡта йәшәүемә 42 йыл, беҙ Вәсилә апай менән ошо йылдарҙан бирле тормошта ла гел бергә – ауыр ваҡыттарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла бергә кисерҙек. Вәсилә апай – сәнғәт кешеһе, мин дә сәнғәтте яратам, тантаналы кисәләрҙе, концерттарҙы, спектаклдәрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышам. Хатта баҡсаларыбыҙ ҙа бер биләмәлә урынлашҡан. Үҙе әйтмешләй, “фазендаһы”нда ниндәй генә еләк-емеш, сәскәләр үҫмәй! Ҡайҙан ваҡыт табалыр, бөтәһенә лә өлгөрә. Баҡсаһына хатта ҡыш көнөндә лә саңғы менән дә, йәйәүләп тә йүгерә, һағынғанға күрә тиҙ генә барып, көс алып, илһам алып ҡайта. Шунан йәнә яратҡан эшенә тотона.
«Башҡорт ҡунаҡханаһы»н асыу
...Урыҫлашыу ныҡ барған мәлдә, үҙ телебеҙҙә ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә ҡыймаған ваҡытта ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йортонда «Башҡорт ҡунаҡханаһы» клубын асыу ул ваҡытта үҙе үк ҙур батырлыҡ ине. Был кисәне ойоштороусыларҙың береһе Вәсилә Халиҡова булды. Популярлыҡ яулай барған саралар һүрелгән күңелдәрҙә яңынан дәрт ҡабыҙҙы, йөрәк түренән сыҡҡан күңел нурҙарын башҡаларға йомарт өләште.
Осрашыуҙарға кемдәр генә саҡырылманы. Яҙыусылар, артистар, ҡыҙыҡлы һөнәр эйәләре, хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары, алдынғы эшселәр – самауыр артында әңгәмәләшеп, күңел аса инек. Викторина, конкурстар, уйын-бейеүҙәр аралаштырылып алып барыла торғайны.
Күпме йәштәрҙе ҡауыштырҙы был саралар
“Милләттәштәремде йыйып, бөтә һәләтемде, дәртемде, бул-мышымды егеп, кисәләрҙә булһа ла милли аңды уятырға, телебеҙҙе онотмаҫҡа, асылыбыҙға ҡайтырға, атай-олатайҙарыбыҙҙың аманатын онотмаҫҡа кәрәклеген төрлө саралар аша әйтергә ынтылдым, милли осҡон ҡабыҙырға тырыштым, – ти Вәсилә апай. – Сценарийҙар тәрбиәүи яҡтан да уйланып төҙөлә ине.
Был изге эшкә халҡым тип йән атҡан шағир Рауил Ниғмәтуллин да ихлас тотоноп, ярҙам итә башлағас, эштәр бигерәк тә ырамлы барҙы. Ошо кисәләрҙең үткәрелеүе заманына күрә телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға, үҙ рухиәтебеҙгә ҡайтыуға бер аҙым булғандыр. Ә бит ошо сараларҙа күпме йәштәребеҙ танышып, ҡауышты, һәләтен асты. Әле булһа рәхмәт әйтәләр.
Әле лә йырлап йәшәй
Артабан ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге мәҙә-ниәт йортонда үҙешмәкәр театр түңәрәге ойошторолдо. Әйткәндәй, 1984 йылда шул театр түңәрәгенә халыҡ театры исеме бирелде. Республика күләмендәге театр фестивалендә лә ҡатнашып, коллектив бер нисә тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ була. Һуңғы йылдарҙа Вәсилә Халиҡова «Ҡомартҡы» эстрада-фольклор төркөмөн етәкләне. Улар «Ашҡаҙар» таңдары» фестивалендә ҡатнашып «Гран-при» яуланы.
Вәсилә апай ҡалабыҙҙағы башҡорт гимназияһында ун йыл балаларҙы фольклор һәм театр сәнғәте серҙәренә өйрәтте, тиҫтәләгән йылдар Башҡорт мәҙәниәт техникумында театр бүлеге студенттары менән практик дәрестәр алып барҙы. Ҡалабыҙҙа үткән «Хәтер кисәһе» әле лә иҫемдә. Ошо кисәне әҙерләүсе, сценарий авторы, сәхнәгә ҡуйыусы режиссеры Вәсилә апай булды.
Башҡарған хеҙмәте юғары ба-һаланып, уға Башҡортостандың ат-ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, ҡала башҡорттары ҡоролтайы комитеты тарафынан бихисап дипломдар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Үҙенең бар булмышын, ғүмерен сәхнәгә, халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын тергеҙеүгә, пропагандалауға биргән, бәләкәй сағынан сәнғәткә ғашиҡ булған Вәсилә апай әле лә йырлап йәшәй, һәр ваҡыт камиллашыу, эҙләнеү өҫтөндә. Инде һикһәненсе тиҫтәһен ваҡлағанда ла тик ултырмай, үҙенең “ағинәйҙәре” менән эшләүен дауам итә.
Күҙ асып йомған арала ҡыҫҡа тойолған ғүмер эсендә күпме эштәр башҡарылған! Киләсәгең дә шулай яҡшы булһын, иҫәнлектә-һаулыҡта күп йылдар бергә-бергә осрашып, ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә яҙһын. Ғүмер байрамы мөбәрәк булһын, Вәсилә апай!
Земфира Иҙрисова,
педагогик хеҙмәт ветераны.