Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2022, 13:00

СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫНДА БАШҠОРТ ТАРИХЫ ЙЫЛЫН ЙОМҒАҠЛАУ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан иткәйне. Был проекттың бурыстары: Башҡортостан Республикаһында һәм унан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү; Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында, сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында башҡорт халҡының тарихын популярлаштырыу; үҫеп килеүсе быуынды башҡорт халҡы тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу. Башҡорт тарихы йылы 2021 йылдың ғинуарынан декабргә тиклем уҙғарылды. Йылға йомғаҡ Башҡорт теле көнөндә – 2021 йылдың 14 декабрендә яһалды.

СТӘРЛЕТАМАҠ  РАЙОНЫНДА  БАШҠОРТ ТАРИХЫ  ЙЫЛЫН  ЙОМҒАҠЛАУСТӘРЛЕТАМАҠ  РАЙОНЫНДА  БАШҠОРТ ТАРИХЫ  ЙЫЛЫН  ЙОМҒАҠЛАУ
СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫНДА БАШҠОРТ ТАРИХЫ ЙЫЛЫН ЙОМҒАҠЛАУ

2020 йыл – Башҡорт теле йылы Стәрлетамаҡ районы өсөн һөҙөмтәле үтте. Ойошторолған саралар, ғилми-ғәмәли конференциялар, интеллектуаль һәм ижади конкурстар нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары араһында районыбыҙ I дәрәжә дипломға лайыҡ булғайны. Был беҙҙең өсөн бик мөһим еңеү!


Һәм Башҡорт тарихы йылында ла башҡорт тарихын өйрәнеүҙе популярлаштырыу өлкәһендә әүҙем эш алып барҙыҡ. Йыл дауамында тарихи мираҫты һаҡлау маҡсатында түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо, унда районыбыҙ тарихын, уның билдәле шәхестәрен өйрәнеү мәсьәләләре ҡаралды. Мәҫәлән, йыл башында Стәрлетамаҡ районы мәҙәниәт йортонда Башҡорт тарихы йылына арналған “Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы ауылдарының тыуған яҡты өйрәнеү, тарих, көнүҙәк проблемалары һәм перспективалары» тип аталған темаға «түңәрәк өҫтәл» үтте.
Сараның ойоштороусылары булып БР Стәрлетамаҡ районы хакимиәте мәғариф бүлеге, райондың крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте ағзалары, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм йәмәғәт берләшмәләре менән үҙ-ара эш итеү идаралығы сығыш яһаны.


«Түңәрәк өҫтәл» эшендә тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының Ватан тарихы кафедраһы доценты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Стәрлетамаҡ бүлеге рәйесе Йосопова Ләйсән Йәркәй ҡыҙы, Рязановка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Касьянов Константин Михайлович, мәғариф бүлеге методисы Кручинина Зильфира Рәйес ҡыҙы, Түрешле ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Занин Дмитрий Александрович, Золотоношка ауылы китапханаһы баш белгесе Нина Ивановна Черненко һәм Усылыбаш ауылы китапханаһының баш белгесе Ольга Серафимовна Патраева ҡатнашты.


«Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡ районы тарихын, тыуған яҡты өйрәнеү, балаларҙы һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, тарихи мираҫты, фольклорҙы, генеалогик тик-шеренеүҙәрҙе һаҡлау, Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үткәрелгән һәм планлаштырылған сараларҙы һәм башҡа мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты.
Йыл дауамында мәктәп уҡыусылары һәм район халҡы республика флешмобтарында, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө», «Башҡортостан халыҡтарының туған теле көнө» акцияларында, башҡорт һәм туған телдәр буйынса Халыҡ-ара диктанттарҙа әүҙем ҡатнашты.


Район мәктәптәрендә туған телде өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелеүе сәбәпле, уҡыусылар олимпиадаларҙа еңеүҙәре менән шатландыра. Яңы Отрадовка ауылы мәктәбенән Нәзирова Динә (етәксеһе Нәзирова Айгөл Шамил ҡыҙы), Талас ауылынан Мамедова Вәсилә (етәксеһе Солтанова Раушания Саһман ҡыҙы), Рязановка ауылы мәктәбенән Мусина Әлиә (етәксеһе Аҡсулпанова Лена Риф ҡыҙы) башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада призерҙары тип танылды, уҡыусылар Зәйнәб Биишева, Кейекбаев уҡыуҙарында һәм баш-ҡа ғилми-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яуланы.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» Төбәк-ара конкурсында Бельский ауылы урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Сөйөнов Нәғим Фаат улы “Педагогик өмөт” номинацияһын алды.
Районда тарихҡа, йолаларға, географияға, этнографияға, мәҙәни мираҫҡа, тәбиғәт ҡомартҡыларын өйрәнеүгә бағышланған “Йөрәктау уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли кон-ференцияһы уҙҙы. Бында район мәктәптәре уҡыусыларынан тыш Ишембай районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡатнашты.


Йыл һайын район кимәлендә “Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың йәш сәсәндәр конкурсы уҙғарыла. Конкурс ҡобайыр, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында үткәрелә. Халыҡ-ара конкурстарында ла һынатмай уҡыусылар. Талалаевка ауылы урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Карташов Артем «Урал батыр эпосы – донъя телдәрендә» Халыҡ -ара конкурсында уңышлы сығыш яһап, дипломға лайыҡ булды.


Мәктәптәрҙә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары һәм музей мөйөштәре әүҙем эш башҡара һәм Стәрлетамаҡ районының тарихи-мәҙәни үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итә.
Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе башҡорттарҙың стратегик үҫеше планы төҙөлдө. Уның төп маҡсаттары: башҡорт мәҙәниәтен һәм башҡорт тарихын һаҡлау һәм үҫтереү; Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә туған тел һәм дәүләт теле булараҡ башҡорт телен популярлаштырыу, төрлө сараларҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә уның файҙаланыу өлөшөн арттырыу; Халыҡ йолаларын тергеҙеү һәм башҡалар.


Район ҡоролтайы күсмә ултырыштар уҙғарҙы. Мәҫәлән, 1 июнь – балаларҙы һаҡлау көнөндә Айыусы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ районы муниципаль район Советы депутаттары менән берлектәге ултырышы үтте.


Сарала Стәрлетамаҡ районы Советы рәйесе Илдар Харрас улы Биктимеров, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Эльвера Ғүмәр ҡыҙы Иманғолова, Стәрлетамаҡ районы ҡоролтайы ағзалары, шәхси эшҡыуарҙар – Стәрлетамаҡ районы Советы депутаттары Илдар Ишбирҙе улы Буранғолов, Азамат Салауат улы Әхмәтйәнов, Илгиз Хөснулла улы Ҡашҡаров, Рамаҙан Рәжәп улы Шаһиев һәм башҡалар ҡатнашты.

 


Айыусы балалар баҡсаһында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған балалар һабантуйы ойошторолғайны. Байрам сараһы аҙағында Эльвера Ғүмәр ҡыҙы һәм Илдар Харрас улы Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Совет Президиумы исеменән балаларға иҫтәлекле һәм татлы бүләктәр тапшырҙы, ә мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына триммер бүләк иттеләр.
Артабан мәктәптә башҡарма комитеттың ултырышы үтте. Һөйләшеүгә Стәрлетамаҡ районы башҡорт ауылдарының үҫеше, башҡорт теле, тарихын һәм мәҙәниәтен үҫтереү һәм популярлаштырыу, Мырҙаш ауылында Ҡаһым түрәгә бағышланған милли-мәҙәни үҙәк булдырыу буйынса, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшмәкәрлегенең артабанғы маҡсаттары һәм бурыстары һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Был фәһемле осрашыуҙан барыһы ла илһамланып, рухланып ҡайтты.


16 сентябрь көнө Мырҙаш ауылында башҡорт полкы командиры, районыбыҙҙың билдәле шәхестәренең береһе Ҡаһым түрәгә бағышланған милли-мәҙәни үҙәк асылды. Милли-мә-ҙәни үҙәкте асыуҙа мәртәбәле ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Алтынбаев Рәнис Рәйес улы, Башҡортостан Рес-публикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттары ҡомартҡыларын һаҡлау һәм ҡулланыу фәнни-тикшеренеү үҙәге директоры Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы, тарих фәндәре кандидаты Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалдар советы рәйесе урынбаҫары Аҙнаев Вельмир Хайбрахман улы һәм башҡалар ҡатнашты.


Тематик үҙәк башҡорт полкы командиры Ҡаһым Мырҙашевтың тыуған ерендә булдырылыу менән генә сикләнмәйәсәк. Планда – Айыусы, Мәҡсүт, Мырҙаш ауылдарында берҙәм этно-мәҙәни үҙәктәр асыу, шул иҫәптән ошо ауыл зоналарында инфраструктураны яҡшыртыу һәм төҙөкләндереү, тарихыбыҙға, мәҙә-ниәтебеҙгә битараф булмағандарға ял итеү үҙәктәре булдырыу бурысы тора. Бай тарихлы Стәрлетамаҡ районында Ҡаһым түрә милли-мәҙәни үҙәге булдырылыуы бик хуп эш. Үткәнде һәм киләсәкте тоташтырыусы был күпер артабан Юрматы ырыуының ғына түгел, ә бөтә республиканың ғорурлығы булыр, тип ышанабыҙ. Әлеге мәлдә бында күптән көткән ремонт эштәре башланды.


Йыл һайын республикала “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы уҙғарыла. Быйыл Стәрлетамаҡ районы исеменән Наумовка ауылы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Асаинова Эльвира Рәүеф ҡыҙы, Рощинский ауылы балалар баҡсаһы мөдире Сәлимйәнова Гүзәл Фәрит ҡыҙы һәм Түрешле ауылы балалар баҡсаһы мөдире Байрамғолова Таңсулпан Хөсәйен ҡыҙы сығыш яһаны. Эльвира Рәүеф ҡыҙы һәм Гүзәл Фәрит ҡыҙы финалист дипломына, ә Таңсулпан Хөсәйен ҡыҙы “Йәштәр хәрәкәте лидеры” номинацияһына лайыҡ булдылар.

Стәрлетамаҡ районы барлыҡ рес-публика конкурстары буйынса яҡшы һө-ҙөмтәләр биреп килә. Шуларҙың береһе “Айыҡ ауыл” конкурсы. Уның маҡсаты – халыҡты айыҡлыҡҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү. Конкурстың бурысы ныҡлы уйланылған, ул дөйөм милләт һаулығын ҡайғыртыу, халыҡтың рухын күтәреү маҡсатында үткәрелә. Конкурс физик сәләмәтлек өсөн генә түгел, ә рухи-әхлаҡи ныҡлыҡ тәрбиәләүе менән дә ҡиммәт. “Айыҡ ауыл – 2020” конкурсында Күсәрбай ауылы лайыҡлы рәүештә еңеү яуланы. Йыл барышында халыҡ менән бәйләнеш нығынды. Беҙҙең өсөн ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға булышлыҡ итеү бик мөһим эштәрҙең береһе. Шуға ла барлыҡ сараларға беҙ йәш ғаиләләрҙе йәлеп итергә тырыштыҡ, ауыр хәлдә тороп ҡалған, яҙыҡ юлға баҫҡан ғаиләләр менән һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар уҙғарҙыҡ. Ғөмүмән, үткәрелгән сараларҙы ауылдарыбыҙҙың йәш вәкилдәренән алып ағинәйҙәренә тиклем ҡалманы. Сөнки берҙәм булғанда әллә ниндәй эштәр атҡарырға, шул иҫәптән «йәшел йылан»ды ла еңеп сығырға мөмкин.


Ауылда ауыл ҡатын-ҡыҙҙары балаҫ һуғыу оҫталығы менән дан тота. Башҡорт балаҫы буйын-са этномәктәптә шөғөлләнгән йәш оҫтабикәләрҙең дәресе бер кемде лә битараф ҡалдыр-май. Клубта «Башҡорт балаҫы этникаһы» оҫтаханаһы ойош-торолған. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына йыһазландырылған. Оҫта балаҫ һуғыусы Флүрә Аҡсулпанова ауылдаштарын һөнәр нескә-лектәренә өйрәтә. Үткән йыл Күсәрбай ауылында «Аҫалы балаҫ байрамы» үтте. Сараға төрлө райондарҙан йөҙҙәрсә ҡунаҡ йыйылды.
Күсәрбай оҫталары тәжрибә уртаҡлашты, өй шарттарында балаҫ һуғырға өйрәтте. Ғөмүмән, Күсәрбай – бай тарихлы күркәм ауыл. Һуңғы йылдарҙа унда ыңғай демографик хәл күҙәтелә, һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар күп үтә, бында халыҡ әүҙем, берҙәм.


«Айыҡ ауыл» конкурсы финалында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ауылды төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғы биргән 5 миллион һумлыҡ сертификат тапшырғайны. Күсәрбай ауылының абруйлы конкурста еңеүе – ауыл халҡы өсөн генә түгел, ә Стәрлетамаҡ районы өсөн дә ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ.


Әлеге мәлдә ауылды төҙөкләндереү буйынса эштәр башланды. Ауыл мәҙәниәт һарайы ҡарамағында балалар һәм өлкәндәр өсөн ял итеү һәм сәләмәт тормош алыу барыу өсөн үҙәк төҙөлә: балалар өсөн спорт майҙансыҡтары өсөн урындар әҙерләнә, тротуар һалына, урамдарҙы яҡтыртыу өсөн ҡорамалдар, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары, йәйге сәхнә, эскәмйәләр ҡу-йыласаҡ, ылыҫлы ағастар ултыртыласаҡ – Күсәрбай ауылы тиҙҙән танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк! Шулай уҡ Раевка трактынан Күсәрбайға тиклем «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә асфальт юлы һалынды. “Конкурста еңгәндән һуң беҙҙең ауыл танылыу һәм популярлыҡ яуланы, ауыл халҡы дәртләнеп китте. Ә бит барыһы ла шулай эшләй ала. Һәр кемгә айыҡ хәтерҙә, асыҡ аҡылда булыу ғына етә. Барлыҡ яҡташтарыма конкурста ҡатнашығыҙ, шикләнмәгеҙ, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалағыҙ, уҙ рухыбыҙҙы онотмайыҡ, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә бирәйек, яман ғәҙәттәрҙән һаҡлайыҡ”, – тип теләктәрен белдерә күсәрбайҙар.


Тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға – Күсәрбай ауылының башланғыс мәктәп бинаһында “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә 20 урынлыҡ мәктәпкәсә төркөм булдырылды. Быйыл да “Айыҡ ауыл – 2022” конкурсында һынатмаҫбыҙ, тип ышанабыҙ.

 


26 ноябрь көнө Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә онлайн форматта Түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Һөйләшеү ике өлөштән торҙо. Беренсе өлөшө Айыусы ауылынан сыҡҡан күренекле ғалим-этнограф, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Рим Янғужин тураһында барһа, кәңәшмәнең икенсе өлөшө Күсәрбай ауылының билдәле шәхестәре Аралбай һәм Күсәрбай Аҡсулпановтарға бағышланды. «Түңәрәк өҫтәл»дә баш-ҡорт дворяндары Аҡсулпановтарҙың тоҡомонан сыҡҡан Күсәрбай ауылы егете, әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре Юлай Кинйәбай улы Аҡсулпанов, райондың тарих һәм башҡорт теле уҡытыусылары, ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.
Үткән йыл ноябрҙә “Байыҡ” телевизион кон-курсының финалы үтте. Айыусы ауылының “Юрматы” башҡорт фольклор ансамбле “Фольклор ансамблдәре” номинацияһы лауреаты, ә уларҙың етәксеһе Наилә Нурислам ҡыҙы Вәхитова башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Билдәле булыуынса, һәр йыл ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә әсәйҙәр көнө үтә. Быйыл был дата 28 ноябргә тап килде. Ошо матур байрам уңайынан әсәйҙәр тураһында видеояҙмалар конкурсы иғлан иттек. Һәр кем туған башҡорт телендә яҡын кешеһен ҡотлап видеояҙмалар ебәрҙе һәм был ҡотлауҙарҙы беҙ, «Бәйләнештә» селтәрендәге Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы сәхифә-һенә һалып барҙыҡ. Ҡәҙерле кеше-ләребеҙгә бағышланған флешмобты Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары дәррәү күтәреп алды. Әйтергә кәрәк, райондағы барлыҡ сараларҙа Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Эльвера Ғүмәр ҡыҙы Иманғолова етәкселегендә ойошҡанлы эш күрһәтә.


Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә тигәндәй, быйыл көҙгөһөн Йөрәктауҙа сыҡҡан янғында ла аҡсалата ярҙам күрһәтте ҡоролтайҙар. Йыйылған сумма-ға көн оҙоно янғын һүндереүселәрҙе ашатыу ойошторолдо. Уртаҡ көс менән тәбиғәт ҡомартҡыбыҙ ҡотҡарылды –янғын һүндерелде. Шулай уҡ Мырҙаш ауылында төҙөләсәк милли-мәҙәни үҙәккә лә финанс яғынан ярҙам күрһәтте ҡоролтай ағзалары, “Берҙәмлектә – беҙҙең көс”, ти улар.
17 ноябрь көнө Халыҡ-ара ғилми конференция ойоштороу комитеты Амстердамдағы Geelvinck (Геелвинк) музейы директоры Юрн Бёйсман менән берлектә үткәрелгән “Нидерландтарҙы Наполеондан азат итеү” тип аталған бик йөкмәткеле вебинарҙа ҡатнаштыҡ. Вебинар 1812 йылғы Ватан һуғышы, башҡорт яугирҙәре, йәғни “Төньяҡ Амурҙары” хаҡында барҙы. Башҡорт яугирҙәренең даны Европа илдәрендә лә таралған, уларҙың Наполеон һуғышында йәнен аямай, ҡурҡыу белмәй батырҙарса алышыуы тураһында Европа ғалимдарының һоҡланып һөйләүе беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ.


18 ноябрь Талас һәм Оло Ҡуғанаҡ ауылдарында профилле полиция кластары асылыу тантанаһы үтте. Бындай кластарҙың тап Башҡорт тарихы йылында асылыуы икеләтә отошло. Сөнки полиция класы булдырыуҙың төп маҡсаты булып үҫеп килеүсе быуынды хеҙмәткә өйрәтеү, Эске эштәр министрлығы системаһының уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн кадрҙар әҙерләү генә түгел, ә уларҙы патриотик, илһөйәрлек һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләй, Тыуған ил, милләт киләсәге өсөн яуаплы булырға өйрәтә. Бындай профилле полиция класы шулай уҡ Бүреҡаҙған ауылы урта мәктәбендә лә булдырылды.
7 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойоштороласаҡ. Һәр көн башҡорт мәғ-рифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғыры нигеҙендә “Ете аҙым” марафоны эсендә үтте.


Шулай уҡ башҡорт теле көнөнә һәм бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған “Йөрәк һүҙе” әҙәби-ижади конкурсы ойошторолдо. Онлайн форматта үткән ярышта мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм балалар, ата-әсәләр ҡатнашты.
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ районында башҡорт телен, башҡорт мәҙәниәтен, тарихын үҫтереү, һаҡлау буйынса эш дөрөҫ йүнәлештә алып барылды, тип ныҡлы һөҙөмтәгә килергә мөмкин. Шулай уҡ һәләтле балаларҙы үҫтереүгә, ижади эшләгән уҡытыусыларҙы асыҡлауға күп иғтибар бирелә. Берҙәм булғанда, ҡеүәтле эшләгәндә генә уңышлы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.

Илүзә Ҡарағолова,
Стәрлетамаҡ районы мәғариф бүлеге методисы, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары
ҡоролтайы ағзаһы.

СТӘРЛЕТАМАҠ  РАЙОНЫНДА  БАШҠОРТ ТАРИХЫ  ЙЫЛЫН  ЙОМҒАҠЛАУ
СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫНДА БАШҠОРТ ТАРИХЫ ЙЫЛЫН ЙОМҒАҠЛАУ
Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас