Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2022, 08:23

Башҡортостан халҡы йәнә туристик кешбэктан файҙалана ала

Быйыл федераль бюджет эске туризмды үҫтереүгә 5 миллиард һум аҡса бүлә. «Туристик кешбэк»тың шарттары элеккесә ҡала: турисҡа тур йәки йәшәү хаҡынан – 20%, күп тигәндә 20 мең һум кире ҡайтарыла. Юл хаҡын «Мир» картаһы менән түләргә кәрәк, өҫтәүенә бер картанан бер нисә тур һатып алырға була.

Башҡортостан халҡы йәнә туристик кешбэктан файҙалана алаБашҡортостан халҡы йәнә туристик кешбэктан файҙалана ала
Башҡортостан халҡы йәнә туристик кешбэктан файҙалана ала

«18 ғинуарҙан бишенсе һатыу этабы башлана, ул 12 апрелгә тиклем дауам итә. 30 апрелгә тиклем теләһә ниндәй төбәккә сәйәхәт һайларға, навигация башланғандан алып һәм 1 июнгә тиклем круизға сығырға мөмкин», – тине Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

Дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда Башҡортостан Рәсәйҙең «курорт булмаған» төбәктәре араһында шифаханаларға һатылған юлламалар һаны буйынса беренсе урынды алды. Программала 24 ҡунаҡхана һәм 6 туроператор ҡатнашты. Башҡортостанға 120 тур бар ине, уларҙы илдең 63 туроператоры һатты.

2021 йылдың башынан Рәсәйҙә 1,7 миллион самаһы кеше ошо программанан файҙаланған. Улар 34 миллиард һумдан ашыуға турҙар һатып алған. Уларҙың картаһына 6,7 миллиард һум аҡса кире ҡайтарылған.

Программаның рәсми сайты – мирпутешествий.рф. Ҡыҙыу бәйләнеш телефондары: 8 800 444-31-27 (туристар һәм операторҙар өсөн), аҡса кире ҡайтарылмаһа – 8 800 100-54-64.

Башинформ.

Башҡортостан халҡы йәнә туристик кешбэктан файҙалана ала
Башҡортостан халҡы йәнә туристик кешбэктан файҙалана ала
Автор:
Читайте нас