Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2022, 07:27

"Чиновниктарға ул тиклем күп ерҙәр бирелеүе мөмкин булмаған хәл"

Район башлығы ул тиклем ерҙе ҡайҙан алған?Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, чиновниктарға ул тиклем күп ерҙәр бирелеүе мөмкин булмаған хәл.

"Чиновниктарға ул тиклем күп ерҙәр бирелеүе мөмкин булмаған хәл""Чиновниктарға ул тиклем күп ерҙәр бирелеүе мөмкин булмаған хәл"
"Чиновниктарға ул тиклем күп ерҙәр бирелеүе мөмкин булмаған хәл"

Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Иглин районы хакимиәтенең элекке башлығында ҡайҙан 3,5 мең га ер барлыҡҡа килеүен тикшерергә ҡушты.

Республика башлығы һүҙҙәренсә, чиновниктарға ул тиклем күп ерҙәр бирелеүе мөмкин булмаған хәл.

Ришат Исхаҡов Иглин районында 2000-2010 йылдарҙа эшләй. Шул арала уның һәм ғаиләһенең шәхси мөлкәтендә 3,5 мең гектарҙан ашыу ер барлыҡҡа килгән.

- Донъяла күп мөғжизәләр бар. Шул мөғжизәләрҙең береһе - район хакимиәте башлығы булып эшләп киткәндән һуң, яҡшы эҙ ҡалдырыу урынына, үҙ кеҫәһенә ерҙәр һалып алыу. Ундай хәлдәр булмаҫҡа тейеш, - тине Радий Хәбиров.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас