Стәрлетамаҡ районы хакимиәтендә граждандарҙы шәхсән ҡабул итеү онлайн режимында уҙғарыла. "Бындай эш формаһы беҙҙә пандемия башланғаны бирле алып барыла, алгоритм аныҡ төҙөлгән, һәм ҡабул итеү сифаты юғары кимәлдә ҡала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, граждандарҙы ҡабул итеү һәр кесаҙна сәғәт 8.00-дән 10.00-гә тиклем уҙғарыла. (3473)25-32-32 телефоны аша яҙылырға була", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә район башлығы Әнүәр Абдрафиҡов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ковидҡа ҡаршы указға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 17 ғинуарҙан дәүләт һәм муниципаль власть органдары граждандарҙы шәхсән ҡабул итеү уҙғарыуҙан тыйылып торорға тейеш.
Р.ЗАМАНОВА