Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2022, 06:30

“Ҡорос ат”ты йүгәнләүсе Роза

 (Публицистик очерк)

Нисек шофер булып китә

– Был буранда ҡайҙа юл тоттоң, ҡыҙыҡай?

– Бөрйәнгә китеп барам.

 – Ни эшләргә?

– Эш эҙләргә.

 Ошондай һөйләшеүҙән һуң уны Ишембай районы Ҡолғона ауылы аша үтеп барыусы йөк машинаһы шоферы ултыртып ала. Был ҡыҙыҡайҙың яңы ғына шофер танытмаһы алып, эш белешергә китеп барыуы икән.

– Туғандарың бармы һуң унда туҡтарға?

– Әхирәтем бар.

Брәтәккә тиклем ошо машинала килә лә, Роза төшөп ҡала. Бөрйән яғына китергә кәрәк уға. Яңы танышы Эдуард Павлович ҡыҙҙы эшкә Белоретҡа ла саҡыра. Берәй машинаға шофер кәрәкһә, мотлаҡ хәбәр итермен, беҙҙең база хужаһы шәп кеше, тип ышандыра. Һуҙған аҡсаһын да алмай хатта. Һай, был донъя! Мәрхәмәтле кешеләрҙе алдына сығарып ҡуйған бит. Белорет яғына киткән машина ҡыҙ күңеленә тағы яҡты хыялдар һалып уҙа. 1973 йылдың Яңы йыл алды ғәләмәт һыуыҡ килә. Ҡыҙ, һаман өмөтөн юймай, кис булһа ла, юлайҡан машина көтөүен дауам итә. Өшөп торған таныш булмаған юлсыны үҙе йәшендәге бер ҡыҙ өйҙәренә йоҡларға саҡыра. Яҡшы кешеләргә осратҡан яҙмышына тағы бер ҡат һөйөнгән Роза уларҙа таң аттыра.

Бөрйәндә эш таба алмай, кире ҡайтырға тура килә Розаға. Стәрле яғына ла барырға уйлап йөрөгәнендә, берәү уларҙың өйөнә хат индереп сыға. Эдуард Павлович һүҙендә торған, уға тиҙ генә килеп етергә ҡушҡан. Әсәһе менән кәңәшләшеп, сая ҡыҙ иртәгеһенә үк Иҙел башына юлға сыға. Алатауҙы менеүгә еңелерәк булыр тип, ҡар тейәп алған үҙбушатҡыстарҙың береһе ултыртып ала уны. Кабинала урын булмай, ҡарлы кузовҡа менеп ҡунаҡлай ҡыҙ. Ике сумаҙанын эскәмйә һымаҡ ҡуя ла, шәлен түшәп, ҡуян һымаҡ, яңы урынға боҫа. Эйе, ныҡыш ҡыҙҙың уй-хыялдарына бер ниндәй кәртә лә ҡаршы тора алмаҫ ине... Алатауҙы артылғас, юлсылар туҡтайтуҡтай, араҡы эсеп алалар. Үрге Әүжәнгә кисләтеп кенә килеп еткән шоферҙар ошонда ҡунасаҡтары хаҡында белдерә. Сумаҙандарын һөйрәп, ҡыҙ ҡунаҡхана эҙләп китә. Иртәгеһенә юлдан тура эш урынына бара. Иретеп йәбештереүсе ҡаҙаҡ егетенә тап була. Эдуард Павлович йөккә Өфөгә киткән икән. Хужаның тиҙҙән киләсәген әйтә. Еңел машинала килеп төшөр тип көткән хужа «Газ-51» бортлы машинанан килеп сыға.

– Вы Роза, да? – тип һорау бирә уны күргәс тә.

 – Да.

– Эдуард рассказал мне о Вас. Чтобы устроиться на работу, нужна прописка. По объявлениям ищите кто сдает квартиру. Завтра придешь, – тип оҙата уны яңы танышы.

Комсомол урамында урынлашҡан бер өйгә туҡылдата. Ҡапҡаны хужабикә аса. Улы, ҡыҙы бар. Украинанан килгәндәр икән.

 – Хорошо, теперь у нас будет грузинский чай, – тип һөйөнә йортона яңы фатирҙашын урынлаштырған ҡатын.

Квартираға урынлашып, салбарҙар кейеп эшкә барһа, Карл Яковлович аптырай. Шулай йәшәргә урын тиҙ таптыңмы, әллә танышың бар инеме, тип һорай. Тәүге эш көнө хаҡында ошоларҙы һөйләне тимер йөрәкле әңгәмәсем. Руль бороуҙан ирҙәр ҡулына оҡшап ҡалған ҡаты устарын-усҡа һала-һала...

Немец милләтенән булған хужа ҡыҙға икмәк ташығысты тәҡдим итә. Ҡыҙ быға риза булмай. Уның уйы: йөк машинаһына ултырып алып, әсәһенә әҙерәк ярҙам итеү. Кабина, кузовын алмаштырыу шарты менән, иҫке генә «Зил-130» машинаһын ҡабул итеп ала. Дауахананан сығасаҡ шоферҙы ярҙамсы итеп тәғәйенләйҙәр. Райпотребсоюздан ҡыҙыл һыҙыҡлы эмблемалар алып йәбештереп, матурлап ҡуя ул беркетелгән машинаһын.

Карл Яковлович Розаның тырышлығын һәр саҡ баһалай килә, башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Ауырый башлағас: “Милая Роза, меня повезешь на кладбище,” – тип әйтеп тә ҡуя... “Машинамды ҡарағайҙан веноктар эшләп биҙәп, хужамды кузовыма һалып, беҙ уҙғанда хәрбиҙәр баш кейемдәрен һалып, һуңғы юлға оҙаттыҡ,” – тине күҙҙәре йәшләнгән әңгәмәсем.

“Ирһеҙ йәшәй алам, машинаһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым...”

Бер ваҡыт Роза үҙенә “Запорожец” һатып ала. Кәрәк саҡта, ишек алдынан ғына ултырып ысҡынаһың. Үҙенсә “Зәпәй” тип атап та ала ҡәҙерле транспортын. “Консерва” тип тә йөрөтәләр ҡайһы саҡта был әрһеҙ техника төрөн. Күп юлдар артыла ул ошо машинаһында. Әсәһен дә ултыртып алып йөрөй. Йөрәк ярһыуҙарын ҡыҙ шулай тиҙлек менән баҫа. Эдуард Павловичҡа ла Роза өсөн йөҙ ҡыҙартырға тура килмәй. Күңелен биреп башҡара ул һәр тапшырылған эште. Техникаһын ихлас ҡарай: төнгө сәғәт өстәргә тиклем йыуып ҡалған осраҡтары була. Тырыш ҡыҙҙы коллективта ла хөрмәт итәләр. Ҡолғона ҡыҙы машинаһына “Машка” тип исем дә ҡушып ала. Магазиндарға йөк тә ташый. Шулай бер мәл яҙыусы Нурислам Шәйхуловты ла ауылына ултыртып алып бара.

– Нимә бирәйем юл хаҡына? – тип һорай икән яҙыусы. – Бер банка ҡатыҡ булһа ла ярай йәки машинаһында китеп бара икән тип, минең рәсемемде эшләһәгеҙ ҙә була, – ти шофер ҡыҙ.

 Күпмелер ваҡыттан һуң, яҙыусырәссам картинаның әҙер булыуы хаҡында хәбәр итә. Роза апайҙың руль артында китеп барғанын шул хәтлем килештереп төшөрә, хатта ки төҫөн дә тап килтергән, кузовта боландар ҙа йүгерткән, аҡ-ҡыҙыл һыҙығына тиклем тура килтергән. Рамға ҡуйып, лак һөртөп тә ебәргән картинаһын рәссам.

Бик ҡәҙерләп тота техникаһын Роза. Шуға әүрәп, ғаилә лә ҡорорға яҙмай уға. Машина ене ҡағылған ҡыҙ ғүмерен һәр саҡ юлда үткәрә. Емерелә башлаған кузовын төҫтәренә тап килтереп, ямап та ала. Емерек машиналарҙы юлға сығармайбыҙ тиһәләр ҙә ул һаман руль артын бушатмай килә. Ҡурғанға ла ебәрттермәй һаҡлап алып ҡала үҙе өйрәнгән “Машка”һын. 1973-1989 йылға тиклем ауыҙлыҡлай ул был «ҡорос атын». Шунан яңы Газ–66 бирәләр. Аҙаҡ «Газ336» (уны яратып “Альбина” тип исем ҡушып ала), «Газ-51» маркалыларҙы ла үҙенә буйһондора. Уның менән бергә эшләгәндәр ҙә юморҙы ярата.

 Райбаза хужаһы мәрхүм булып ҡалғас, ҡыҫҡартыуҙар башлана. «Межрайбаза»ны ла ябалар. Розаның машинаһын да тажиктарға һатып ебәрәләр. Кәрәк булһаң, саҡырып алырбыҙ тип, ҡайтарып торалар. Үҙе тәрбиәләп кенә тотҡан арендаға бирелгән “көр” атының тәҙрә янынан тиреҫ, төрлө йөктәр тейәп уҙып барыуын күреүе бик ауыр була элекке хужаһына. “Йөрәгемә уҡ килеп ҡаҙалғандай итеп тоя инем үҙемде шул саҡта. Ҡояшта янып, уңып, һыҙланып эшлектән сыҡты ҡорос атҡайым”, – тип хәтер йомғағын тағата Роза Вилдан ҡыҙы.

 Район-ара база яңынан тергеҙелә башлай. Өфөнән яңы директор, яңы прораб ебәрәләр. Әнәс Ноғоманович Розаны яңы машинаға ултырта. Сермән әбейҙәренә ҡыҙ аша тейәтеп грузин сәйҙәрен дә ебәреп тора. Ул тағы илһамланып эш башлай. “Ирһеҙ йәшәй алам, бына машинаһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым,” – тип йылмая юмор яратҡан шофер апай.

 Үҙенә ярҙам ҡулы һуҙа килгән Эдуард Павлович Мелехов ауырып киткәс, ваҡыт табып, хәл белешеп тора. Ҡатынына ҡушылып, кузовын буяп бирә. Баҡыйлыҡҡа күсер алдынан ул Байрамғол ашханаһында һатылған ҡымыҙҙы эскеһе килеүен әйтә. Роза “Запорожец”ы менән шунда елдерә. Барып етер саҡтараҡ бер күперҙең емерелеүен күрә. Барыбер кире боролоп ҡайтмай, түшәктә бер йотом ҡымыҙға тилмереп ятҡан изгелекле ағай теләген үтәү теләге көслө була унда, тәрән генә йылғаны 3-сө тиҙлек менән аша сыға ала. Тәүҙә көлөп торған шоферҙар, тәүәккәл ҡатынды икенсе ярҙа күреп, елкәләрен тырнап, шаҡ ҡаталар.

Олатаһының дөлдөлөн менеп үҫкән ҡыҙ

1954 йылдың 12 мартында Түбәнге Әрмет ауылында тыуа Роза Хәлитова. Әсәһе яғынан олатай-өләсәйҙәре сыуаштар була. Бәләкәй Роза олатаһының ҡара дөлдөлөн дә, көткән сусҡаһын да менеп йөрөп үҫә. Өләсәләренә хужаһы сәй эсергә туҡтап йөрөгән һөт ташыусы тылсымлы машина бөтөнләйе менән ҡыҙ күңелен ялмап ала. Эстән генә: “Их, ошо машинаны йөрөтә алһаң ине!..” – тип хыялға бирелә. Шофер ағай күрмәгәндә генә рулен дә борғослап ала, бензин еҫе һеңгән кабина эсенән сыҡҡыһы килмәй ҙә ҡуя. Ҡасан да булһа, бала саҡ маҡсатын тормошҡа ашырып, ҡорос атты үҙе йүгәнләһе килә.

 Әсәһе Ҡоҙашта, Кәбәстә лә, Ҡолғонала ла башланғыс кластарҙа уҡыта, ә атаһы физик-математик була. Роза 8 класты тамамлағас, Стәрлетамаҡта 32 һум 52 тин түләп биш ай шоферҙар әҙерләү курсында уҡый. Ул уҡыған төркөмдә биш ҡыҙ була. Береһе лә таныҡлыҡ ала алмай, ҡайһылары төрлө ҡаршылыҡ, битәрләүҙәргә сыҙамайынса, уҡыуын ташлап ҡайтып китеп бөтә. Ир инструкторҙар: ”Йөрөйһөгөҙ инде шунда. Усаҡ, ҡаҙан эргәһе – һеҙҙең урын. Ниңә ашнаҡсыға бармайһығыҙ? Барыбер рукояткаға көсөгөҙ етмәйәсәк, имтихан бирә алмаясаҡһығыҙ”, – тип көлөп кенә ҡарайҙар. Техника йөрөтөүгә бүленгән ваҡыттарҙа йәш ҡыҙҙарҙан магазиндан тәмәке ташыталар йә балаларын баҡсанан алдырталар, йә ялан уртаһында төшөрөп ҡалдырып, йәйәүләп ҡайтырға бойоралар, йә ҡыҙҙарҙы өйҙәре янында кабинала көттөртөп ҡуйып, үҙҙәре яйлап ашарға инеп китәләр.

Бындай тупаҫ мөғәмәләләр Роза күңелендә, киреһенсә, сәм генә уята. Тырыш ҡыҙ төнгө йоҡоларынан яҙып, үҙ алдына машина төҙөлөшөн, уны йөрөтөү серҙәренә төшөнә. 1972 йылда ҡулына машина йөрөтөү таныҡлығы алып ҡыуана.

Рельс соҡорона төшөп китеп, ҡалаҡ һөйәген һындыра. Дауаханаға ятырға тура килә. Уның юҡлығынан файҙаланып, берәү двигателе помпаһына “айыу майы һөртә”. Төҙәлеп сыҡҡас, теге әҙәмдән үҙенең запчасын киренән һатып алырға тура килә. Әҙерләү контораһында ҡарауылсы ла, иҙән йыуыусы ла булып эшләй ул.

Тормош һынауҙарына бирешмәҫ Үлмәҫбикә

Руль артында ғына түгел, тормошта ла күп һынауҙар үтә. Роза 3-сө класта уҡыған сағында бөйөрө ауыртып дауаханаға эләгә. «ДТ» тракторына ултырып, Маҡар больницаһына китеп барғанда шәреле юлда ҡаршыға бер машина осрай. Уны үткәреп ебәргәнсе байтаҡ туҡталырға тура килә. Саҡ ҡына тағы оҙаҡлағанда, ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала алмаҫтар ине. Ошо ауырыуы эҙемтәһе уны ғүмере буйы һағалап йөрөй... Фәрештәләре ҡурсалап алып ҡала Розаны. Үлмәҫбикә тормош һынауҙары алдында баш эймәй. Ихтыяр көсөнә таяна килә. Ҡыш көнөндә кейеме менән һыуға төшөп тә китә ул. Оҙон юлдарҙа ҡыйрап төн үткәргән мәлдәре лә күп була. Бер ваҡытта ла рулен ташлап китмәй.

“Социалистик хеҙмәт алдынғыһы”, “Хеҙмәт ветераны” исеме, сервант тулы маҡтау ҡағыҙҙары Роза Вилдан ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәтенә оло баһа. Ғүмере буйы әсәһен, туғандарын ярҙамынан айырмай ул. «Тимер ат»ты йүгәнләһә лә, Роза апайыбыҙҙың күңеле бик йомшаҡ. Олоғая килә иптәшкә дүрт айлыҡ ҡына немец овчаркаһы ла алып ебәргән. Арҡаһына һалып, үҙе ашарлыҡ йөк тә ташый. Ит комбинатынан һөйәктәр ҙә алып ҡайтҡылай. Ошо эте уны аҙашҡан еренән юлға килтереп тә сығара. Чук менән Гек ҡушаматлы эттәр ҙә алып көтә ул. Улары гел бәйле тора, Найда исемлеһен иректә генә эйәртеп йөрөгәнгә күрә алмай талап та ташлайҙар.

Ил кимәлендә ғорурланырҙай хеҙмәт батырҙарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәһәк ине.

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.

“Ҡорос ат”ты йүгәнләүсе Роза
“Ҡорос ат”ты йүгәнләүсе Роза
Автор:Роза Сафина
Читайте нас