Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2022, 12:20

Башҡортостанда 5 өс игеҙ һәм 415 игеҙәк тыуған

Социаль страховкалау фондының республика буйынса төбәк бүлексәһе уҙған йылда республикала тыуған балалар һанын иҫәпләне. Ғәҙәттәгесә, малайҙар күберәк.

Башҡортостанда 5 өс игеҙ һәм 415 игеҙәк тыуғанБашҡортостанда 5 өс игеҙ һәм 415 игеҙәк тыуған
Башҡортостанда 5 өс игеҙ һәм 415 игеҙәк тыуған

Башҡортостан буйынса Социаль страховкалау фонды бала табыу сертификаттары нигеҙендә уҙған йылда республикала тыуған балаларҙың һаны тураһында мәғлүмәт бирҙе. Фондта белдереүҙәренсә, бөтәһе 36,9 меңдән ашыу сабый донъяға килгән.

Малайҙар бер меңгә тиерлек күберәк.

Бер йылда республикала 5 өс игеҙ һәм 415 игеҙәк бала тыуған. Иң күп тыуым март айында булған.

Йышыраҡ 34-35 йәшлек, ә 26 сабыйҙы 46 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙ тапҡан, тип белдерҙеләр ведомствола.

14 ҡыҙ һәм 23 малай 5 килограмм ауырлыҡта тыуған.

Яңы тыуған сабыйҙарҙың уртаса буйы — 52 сантиметр, ауырлығы — 3,3 килограмм. 

фото ЯНДЕКС.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас