

Сара сиктәрендә Стәрлетамаҡта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Сенин ярҙамы нигеҙендә партияның урындағы бүлексәһе “Йәштәр гвардияһы” менән берлектә мохтаж граждандарға, өйҙә сирләп ятҡандарға бушлай аҙыҡ-түлек таратты.
Әйткәндәй, был акцияны алып барған “Беҙҙең ярҙам” ирекмәнлек үҙәге 2022 йылдан алып эшләй һәм ошо ваҡыт арауығында меңәрләгән кешегә аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыу, килтереү менән шөғөлләнә. Шулай итеп ауыр саҡта халыҡ саҡ ҡына булһа ла ярҙамһыҙ ҡалмай. Бындай мәлдә берҙәм булып, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып тороу төп шарт булып ҡала, әлбиттә.
Р.МАНСУРОВ.
Фото “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе сәхифәһенән.