

Яңы сервис граждандарҙың урындағы үҙидара мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашыуын еңеләйтергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, дистанцион формат эпидемиологик хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.
Дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында тыңлауҙарҙы уҙғарыу көнө һәм ваҡыты тураһында алдан белергә, шулай уҡ фекер алышыуға сығарылған материалдар, мәҫәлән, урындағы бюджет проекты йәки муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы менән танышырға мөмкин.
Тыңлауҙарҙа раҫланған иҫәп яҙмаһы булған һәр кем ҡатнаша ала.
Башинформ.