

Матур киләсәккә ынтылығыҙ!
Хозур тәбиғәтле Ейәнсура районының Бикбау ауылының хөр-мәтле кешеләре ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә Гөлгөл Фәрит ҡыҙы. Атаһы Фәрит Харрас улы балаларға рәсем, һыҙма дәрестәрен бирһә, әсәһе Ҡәмәриә Зәйнулла ҡыҙы математика фәненә һөйөү тәрбиәләй. Гөлгөл Фәрит ҡыҙының ата-әсәһе, уҡытыусылар династияһынан була-раҡ, һәр ваҡыт: “Уҡығыҙ, балалар, белем алығыҙ, һөнәр үҙләштерегеҙ, матур киләсәккә ынтылығыҙ”, – тип үҫтерәләр.
Ата-әсәһенең әйткән һүҙенә тоғро ҡалып, ике ағаһы төҙөлөш институтын, ә Гөлгөл Фәрит ҡыҙы Өфө авиация институтын уңышлы тамамлай.
– Ата-әсәйебеҙ беҙгә ғүмерлек байлыҡ – матур тәрбиә бирә алған. Әле лә күңелебеҙгә улар һеңдергән ҡанундарға, ата-әсә васыятына тоғробоҙ. Аралашып йәшәйбеҙ. Йыл һайын ҡәҙерлеләребеҙҙең изге рухы-на аят башҡарабыҙ. Тыуған йорттоң нигеҙен һыуытмайбыҙ, ҡайтып, күңелгә аңлатҡыһыҙ йылылыҡ, рухи көс алып, ата-әсәле бала сағыма ҡайтҡандай булып, танһыҡ тойғоларҙы кисереп киләм, – ти Гөлгөл ханым.
Йәшәү йәме, тормош мәғәнәһе – балалар
“Өлөшөңә төшкән көмөшөң” тигәндәй, Гөлгөл Фәрит ҡыҙының тормош юлында аҡыллы, тәрбиәле егет Рәмил Әхәт улы осрай. Бер аҙ танышып йөрөгәндән һуң, ике йәш йөрәк 1982 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Дүрт тиҫтә йыл инде Гөлгөл Фәрит ҡыҙы менән Рәмил Әхәт улының бергә, бер бөтөн булып йәшәүҙәренә!
– Йәшәлгән йылдарға әйләнеп ҡайтып, бөгөнгөбөҙгә бағып, шөкөр, тим. Ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалманыҡ. Рәмил менән бер уйлы, бер маҡсатлы булып йәшәнек. Балаларыбыҙға матур тәрбиә, белем бирҙек. Ҡыҙыбыҙ Нелли, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, фармацевт һөнәрен үҙләштерҙе. Әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Улыбыҙ Эдуард, Мәскәү сауҙа институтын тамамлап, Мәскәүҙә программист булып уңышлы эшләп йөрөй. Ике балабыҙ ҙа тормошта үҙ урындарын табып, матур итеп балалар үҫтерә. Ейәндәребеҙ йәйге каникулдарын түҙемһеҙлек менән көтөп ала, ашҡынышып, беҙҙең яҡҡа ҡайталар. Уларға беҙҙең тәбиғәт айырыуса яҡын.
Балаларыбыҙ менән бергәләшеп ултыртҡан ағастар емеш бирә, йәғни ғәмле, сәмле кеше башҡарырға тейеш барлыҡ бурыстарҙы үтәнек, тип әйтеүем. Инде шуларҙың татлы емештәрен татып, балаларыбыҙ менән бергә тормоштоң бәләкәй генә шатлыҡтарынан да йәм табып, бәхеттең асылын аңлап, именлектә, һаулыҡта йәшәргә яҙһын! – ти һөйөклө ҡатын, бәхетле әсә һәм өләсәй, тормошта үҙ юлын тапҡан, шул юлдан ышаныслы аҙымдар менән атлаған Гөлгөл Фәрит ҡыҙы.
Яратҡан эш ялҡытмай
Һәр ғәмәлде урын-еренә еткереп башҡарырға күнеккән, ярты юлда туҡтап ҡалыуҙы өнәмәгән Гөлгөл Фәрит ҡыҙы 2013 йылдан алып 7-се “Ынйыҡай” балалар баҡсаһының хужалыҡ мәсьәләләре буйынса мөдир урынбаҫары вазифаһын башҡара.
– Минең эшем ҙур яуаплылыҡ талап итә, сөнки, бер үк ваҡытта, буяусы ла, штукатур-маляр ҙа, баҡсасы ла, табыусы ла булырға тура килә, заман талабы шулай. Һәм дә хеҙмәткәрҙәрҙең, тәрбиә-ләнеүселәрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау. Коллегаларым менән үҙ-ара аңлашып, ышаныслы мөнәсәбәттә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бына шулай бара һәр эш көнөбөҙ. Шундай тормош күңелгә илһам бирә, ә был иң мөһиме, – ти Гөлгөл Фәрит ҡыҙы.
Күп йыллыҡ емешле хеҙмәттәре өсөн, эшләгән эштәренә байҡау яһап, Гөлгөл Фәрит ҡыҙы, Стәрлетамаҡ мәғариф бүлеге тарафынан Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Кәрәк саҡта талапсан, кәрәк урында ҡатын-ҡыҙға хас һығылмалыҡ, йомшаҡ-лыҡ күрһәтә белеүе лә яуаплы вазифа-ны башҡарыуында ярҙам итмәй ҡал-майҙыр Күгәрсендең эшһөйәр ҡыҙына.
Юбилейығыҙ менән!
... Йыһандың мәңгелек ҡанундары һис яңылышмай, сәғәттәй теп-теүәл эшләүенә ышанабыҙ: изгелектәр әйләнеп ҡайта. Ғүмер буйы ҡылған яҡшы ғәмәлдәрегеҙ балаларығыҙҙың бәхете, ейәндәрегеҙ шатлығы һәм үҙегеҙҙең йән тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ булып әйләнеп ҡайтһын, һәр көнөгөҙ нурға күмелһен, хөрмәтле Гөлгөл Фәрит ҡыҙы Әритҡолова. Матур ғүмер байрамығыҙ – 60 йәшлек юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
7-се балалар баҡсаһы коллективы.