

Ошо көндәрҙә башҡорт телмәрен автоматик рәүештә текстҡа әйләндереү мөмкинселеге барлыҡҡа килгән. Ғәмәлдә, был бик ҡыуаныслы һәм файҙаалы ғәмәл.
«Был эште бер йыл элек башлап ебәрҙем. Бик ҙур яңылыҡ булһа ла, әлегә был хаҡта ҡыҫҡа ғына аңлатып үтәм. Халыҡҡа CommonVoice тигән сайт аша тауыш йыйышырға ярҙам итегеҙ тип оран һалғайным, халыҡ әүҙем ҡушылып, 250 сәғәтлек аудиояҙма яҙҙырып бирҙе. Шул аудиояҙмаларға таянып, был эште башланым һәм атҡарып сыҡтым», — ти Айгиз Ҡунафин.
Башҡортса һөйләгәнде автоматик рәүештә текстҡа әйләндереп булыуҙың сифатына килгәндә, программа 100 һүҙҙә — 4-5 хата, 100 хәрефтә 1 хата эшләй.
«Беҙ әлеге ваҡытта һанлаштырылған донъяла йәшәйбеҙ. Күп ваҡытыбыҙҙы интернетта, социаль селтәрҙәрҙә үткәрәбеҙ. Һәм глобалләшеү заманында тел юғалып ҡалмаһын өсөн, уны киләсәк быуындар ҡулланһын өсөн, башҡорт теле лә һанлаштырылған булырға тейеш», — тип өҫтәне программист.
Киләсәктә ошо программаға таянып, беҙҙең туған башҡорт телендә "Яндекс"тың Алисаһы кеүек виртуаль ярҙамсылар, интернет селтәрендә булған видеояҙмаларға автоматик рәүештә субтитрҙар, телефондарға командаларҙы башҡорт телендә башҡарып булыр тип ышанып ҡалабыҙ.
Илнара Сәйетгәрәева.