Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Февраль 2022, 03:30

Владимир Путин март башында Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Рәсәй Президенты Владимир Путин март башында Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Был турала «Ведомости» гәзите хәбәр итте. Мөрәжәғәтнамәнең аныҡ датаһы әлегә билдәһеҙ, 1 йәки 3 март булыуы ихтимал.

Владимир Путин март башында Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһайВладимир Путин март башында Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай
Владимир Путин март башында Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков «Ведомости» гәзитенә мөрәжәғәтнамәнең көнөн раҫламаны, президенттың ҡасан сығыш яһаясағын ваҡытында хәбәр итергә вәғәҙә бирҙе.

Һуңғы тапҡыр дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән 2021 йылдың апрелендә сығыш яһағайны. Ул ваҡытта президент иғтибарын социаль-иҡтисади проблемаларға йүнәлтте, шулай уҡ Рәсәйгә ҡаршы төрлө провокацияларға ҡаты һәм асимметрик яуап бирергә вәғәҙә бирҙе.

#Путин

Башинформ.

Автор:
Читайте нас