Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Февраль 2022, 08:13

Башҡорт депутаттары уҡытыусыларҙы «ҡағыҙ волокитаһы»нан бушатырға уйлай

Уларҙың һүҙҙәренсә, отчеттар балаларҙы уҡытыуға ҡамасаулай. Был турала тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа апрель айында үтәсәк парламент тыңлауҙары уҡытыусыларға йөкләмәләрҙе кәметеүгә арналасаҡ.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев күрһәтмәһе менән әҙерлек буйынса эш төркөмө булдырыласаҡ. Уны вице-спикер Тамара Танһыҡҡужина етәкләйәсәк.

Толкачевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уҡытыусыларҙың күп ваҡыты отчеттарға һәм ҡағыҙ тултырыуға китә. Ул, республикала күңелһеҙ  хәл килеп тыуҙы – мәктәп эшмәкәрлеген «юғарынан» контролгә алыу осһоҙ-ҡырыйһыҙ  отчеттар форматында  ысынында үҙ-үҙеңде контрогә алыуға (тикшереүгә) алмаштырыла. Уҡытыусылар үҙҙәренә чиновниктар һәм методистарҙың функцияларын йөкләтергә мәжбүр.

«Педагогтар үҙҙәренең туранан-тура бурыстары менән мәшғүл булырға тейеш, ә артыҡ ҡағыҙ мәшәҡәттәренән уларҙы бушатырға кәрәк. Отчет   документтары  исемлеген ҡайтанан ҡарарға кәрәк, кәрәгенән артыҡ һәм  мораль яҡтан иҫкергән формаларҙан ҡотолорға кәрәк», – тине Ҡоролтай  спикеры. 

Тыңлауҙарҙа ҡатнашыусылар педагогтарҙы төп эшмәкәрлегенән ситләштергән нәмәрҙе асыҡлаясаҡ. Уларҙың йоғонтоһон кәметеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнәск. Толкачев был хәл буйынса социаль һорауҙар, түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыласаҡ һәм норматив хоҡуҡи базаны аналазлаясаҡтар, тип билдәләне.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Башҡорт  депутаттары уҡытыусыларҙы «ҡағыҙ волокитаһы»нан бушатырға уйлай
Башҡорт депутаттары уҡытыусыларҙы «ҡағыҙ волокитаһы»нан бушатырға уйлай
Автор:Роза Сафина
Читайте нас