Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Февраль 2022, 08:06

Беҙҙең медиакейс иң шәбе тип табылды!

Башҡортостан Республикаһы Матбуғат агентлығы һәм Киң мәғлүмәт саралары  медиакейсы «Халыҡ-ара коммуникациялар» номинацияһында «Көмөш йәйәсе» милли премияһы еңеүсеһе булды.

 «Көмөш йәйәсе» – ул Рәсәйҙә йәмәғәт бәйләнештәре (ижтимағи элемтәләр) үҫеше өлкәһендә  1-се һанлы премия. Федераль  эксперттар фекеренсә, «БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА  VI БӨТӘ ДОНЪЯ ФОЛЬКЛОРИАДАҺЫ  37 ИЛДЕ БЕРЛӘШТЕРҘЕ»  исеме аҫтындағы беҙҙең медиакейс йылдың  иң шәп проекттары араһында «Халыҡ-ара коммуникациялар» номинацияһында иң яҡшыһы булып сыҡты. Был турала яңыраҡ Мәскәүҙә милли премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһында иғлан иткәйнеләр һәм  "Көмөш йәйәсе" статуэткаһы  Башҡортостанға ҡайта!

16-17 февралдә РФ Йәмәғәт (Ижтимағи) палатаһында иң шәп проекттар кейстары презентацияһы булды. Ғариза  кампанияһы йомғаҡтары буйынса премияға дәғүә итеүгә 13 номинацияла 348 проект килде. Премияға тәҡдим ителеүселәр исемлегенә Рәсәйҙең төрлө  төбәктәренән йәмғеһе 85 проект инде, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы проекты ла. Бөтә Донъя  Фольклориадаһын уҙғарған ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Матбуғат агентлығы һәм Киң мәғлүмәт саралары медиакейсы Башҡортостан  медиа-индустрияһында беренсе тапҡыр масштаблы рәүештә социаль селтәрҙәр аша  50 илдең медиаһын берләштерҙе. 2022 йылғы  премиялар өсөн  ҡатнашыусылар һәм номинанттар араһында  етди конкуренция  булды –  финалда эре корпорацияларҙың PR-командалары: Газпром, Рәсәй тимер юлдары, Һаҡлыҡ банкы, Сибур, Ростех һәм башҡалар ҡатнашты. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Матбуғат агентлығы һәм Киң мәғлүмәт саралары вәкиле тарафынан уҙғарылған  проектты яҡлау  уңышлы үтте  һәм Медиакейс юғары баһа алды.

Р.САФИНА.

Беҙҙең  медиакейс иң шәбе тип табылды!
Беҙҙең медиакейс иң шәбе тип табылды!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас