

Кеше бала саҡтан уҡ туған телендәге моңдарҙы ишетеп, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күреп, атабабаларҙың изге йолаларында тәрбиәләнеп үҫә. Тәбиғәт биргән ошо бөйөк көстән рухланып, илһам алып йәшәй. Туған тел – ул туғанлыҡты яҡынайтып, туғантыумасаларға, үҙ милләтеңде хөрмәт итеп, бергәләшеп татыу йәшәү тигән мәғәнәгә лә эйә булып тора. Юҡҡа ғына халҡым “Туған теленән айырылған кеше халҡынан да айырыла” тип әйтмәгән бит. Туған телен белмәгән кеше үҙенең халҡы, олатай-өләсәйҙәре менән туған телендә аралаша алмай, быуындар бәйләнеше өҙөлә. Үҙе лә киләсәктә балаларына туған телендә әкиәттәр, китаптар уҡый алмай... Баланы бәләкәйҙән үк туған телгә, тыуған ергә, туған моңға, туғандарға ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләп үҫтермәгәнлектән, унда киләсәктә ата-әсәһенә лә, туғандарына ла, халыҡҡа ла, тыуған ергә лә битарафлыҡ, йәғни, рухи ярлылыҡ барлыҡҡа килә.
Туған телһеҙ ҡалыу – рухи хазинаны юғалтыу. Рухи хазинаны юғалтҡан кеше был донъяла тереклек кенә итә башлай. Ә бит Ер йөҙөндәге күпме халыҡ үҙ телен, үҙ моңон һаҡлай! Уяу булайыҡ, ҡәҙерле милләттәштәрем! Тәбиғәт биргән аһәңле телебеҙҙә һөйләшәйек, балаларыбыҙҙы туған теленә өйрәтәйек, мәктәптәрҙә туған телде уҡытыуға ғаризалар яҙайыҡ.
Зәйтүнгөл ЙОМАҒУЖИНА,
5-се мәктәптең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.