

Белгестәр әйтеүенсә, 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан тел юҡҡа сығыуы ихтимал. Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбендә телгә һөйөү уятыу буйынса төрлө саралар ойошторола килә. Беҙҙең белем усағында телдәргә иғтибар айырыуса ҙур. Башҡорт, рус, инглиз, татар теленән башҡа уҡыусылар немец, төрөк, француз һәм испан телдәрен теләп өйрәнәләр. Мәктәп директоры Самойлова Оксана Василий ҡыҙы туған телдәргә бағышланған сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра, беҙҙең теләктәрҙе, идеяларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә һәм үҙе лә тәҡдимдәрен еткереп тора. Айырыуса директор урынбаҫары Ғималова Гөлнар Рим ҡыҙы етәкселегендә башҡорт һәм татар теле уҡытыусылары төрлө сараларҙа бик теләп ҡатнаша. Уҡытыусылар Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы ойошторған “Иң яҡшы полилингваль дәрес” республика конкурсында, төрлө республика кимәлендәге конференцияларҙа ҡатнашты. Уҡыусылар “Ағиҙел” республика полилингваль олимпиадаһында көс һынаштылар. Мәктәп кимәлендә 2-9 кластар араһында “Туған моңдар” тигән йыр бәйгеһен үткәрергә йыйынабыҙ. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған флешмобта уҡытыусыларыбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙ һынатманы. Юбилярҙың шиғырын тасуири һөйләп, видеороликтар төшөрҙөк. Яратҡан шағирыбыҙға арналған асыҡ дәрестәр үткәрҙек.
Шуныһы ҡыуаныслы: уҡыусылар кластан тыш үткәрелгән һәр сарала әүҙемлек күрһәтә. Ата-әсәләргә балаларын дәртләндереп тороуҙары өсөн рәхмәтлебеҙ. Ғаилә, уҡытыусы, уҡыусы бәйләнеше ныҡ булһа, уҡытыу-тәрбиә эшендә уңышлыҡтарға юл асыҡ.
Вәхитова Венера Сәғит ҡыҙы,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбе уҡытыусыһы