Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 09:00

«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы беренсе тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола

Башҡортостанда «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2022» конкурсының финалына әҙерлек бара. Бөгөн ойоштороусылар «Башинформ»ға ошо хаҡта ентеклерәк һөйләне.

«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы беренсе тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы беренсе тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола
«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы беренсе тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола

Алтынсы конкурс тәүгә бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелә. Географияһы ла киңәйҙе: Башҡортостан муниципалитеттарынан тыш, Татарстандан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан һәм башҡа төбәктәрҙән ҡатнашыусылар бар.

Конкурсҡа килгән 500-ҙән ашыу ғаризаның 150-һе финалда ҡатнаша, тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина. Республика район- ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр һәм үҙ эшенең оҫталары ҡатнаша. Быйыл ҡатнашыусыларҙың йәше —18 йәштән 93 йәшкә тиклем.

Конкурста 10 номинация ҡаралған: «Ҡатын-ҡыҙ — әсә», «Ҡатын-ҡыҙ — лидер», «Ҡатын-ҡыҙ — ғалимә », «Ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы», «Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди», «Ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы», «Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө», «Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре», «Йәш йәмәғәт эшмәкәре», «Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ». Һәр номинацияла өсәр ҡатын-ҡыҙ бүләкләнә.

Быйыл еңеүселәрҙең кубогы яңыртылды. Унда конкурстың эмблемаһы һәм бал кәрәҙе төшөрөлгән. Спонсорҙар ҙа еңеүселәргә бүләктәр әҙерләгән. Шулай уҡ улар ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемсеһе Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнә.

Финал һәм бүләкләү тантанаһы 2 мартта «Торатау» конгресс-холында иртәнге сәғәт 11-ҙә була.

Конкурс «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы менән уҙғарыла.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас