Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 15:55

Айҙар Ғәлимовҡа - республиканың юғары наградаһы

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында уҙған сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Ватанды һаҡлаусылар көнө Айҙар Ғәлимов өсөн икеләтә байрам – бөгөн уға 55 йәш тулды. Ә инде Салауат Юлаев ордены сәхнә йондоҙона Башҡортостандың милли мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә индергән фиҙакәр хеҙмәте өсөн тапшырылды.

Айҙар Ғәлимовҡа - республиканың юғары наградаһыАйҙар Ғәлимовҡа - республиканың юғары наградаһы
Айҙар Ғәлимовҡа - республиканың юғары наградаһы

– Тыуған көнөмдә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Радий Фәрит улынан шундай юғары награда алыу минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Кисә тамашасыларыма ҙур юбилей концерты ҡуйҙым. Республика Башлығынан ҡотлау алыу күңелемде күтәрҙе. Унда минең тыуған Башҡортостанымдың ысын илһөйәре булыуым билдәләнгән. Был һүҙҙәр - бик юғары баһа. Мин республикамды яратам, илебеҙҙең төрлө урындарында булғанда ла, уның тураһында тик йылы һүҙҙәр әйтәм. Ижадыма шундай юғары баһа биргәндәре өсөн рәхмәт, киләсәктә лә хәлемдән килгәнсе йырҙарым менән ҡыуандырып торасаҡмын. Рәсәйгә һәм тыуған Башҡортостанға хеҙмәт итәм! Ижадыма шундай ҙур баһа биргәндәре өсөн рәхмәт, киләсәктә лә хәлемдән килгәнсе йырҙарым менән ҡыуандырып торасаҡмын,  – тине Айҙар Ғәлимов, ҡыуанысы менән уртаҡлашып.  

bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас