

Әсәйем менән һөйләшеп- кәңәшләшеп ултырабыҙ. Уның ҡәтғи ҡарары шулай булды: "Армияға бармаған егет тә булдымы кеше?! Мине оятҡа ҡал-дырып эшкә ашмаған исеме тағып йөрөргәме иҫәбең?! Бараһың!!!" "Ә һинсе?" "Ә мин түҙеп-сыҙап өйрәнгәнмен!"
Ете төн уртаһында алыҫ Калининград өлкәһенең Озерск ҡалаһына килеп тө-штөк. Оҙон сафҡа теҙеп ҡуйып исемлекте уҡығандан һуң мунсаға алып кит-теләр. Сисенергә ҡуштылар. Зал уртаһында ҙур түмәр, эргәһендә айбалта то-тҡан әҙмәүерҙәй һалдат баҫып тора. Ыҫбай кеше булараҡ кейемдәремде тә-ңкләп һыпырғылап теге түмәр өҫтөнә алып барып һалыуым булды, һалдат уны дүрткә тураҡлап ситкә ырғытты. Аптырап ҡалдым, йәл ине кейемдәр, салбарым да, пинжәгем дә, осло башлы туфлиҙарым да әлегә кейерлек ине. Минең албырғап ҡалыуымды күргән һалдат тамаҡ төбө менән екерҙе: "Ты что стоишь как истукан, иди мойся, смой все гражданское, рай для тебя зак-ончился!" Йыуыныу залындағы һыу тәнгә үтмәле һалҡын ине, йәнә "тыныс тормоштағы ожмах"ты йыуырға кер һабыны ғына әҙерләгәндәр.
Икенсе баштағы бүлмәлә һалдат тора. Ул һә, тигәнсе сәстәребеҙҙе бәрән һарыҡ ҡырҡҡан ише мөнтәп тә ырғытты. Кейемдәр өләшә башланылар. Ке-йенеп сыҡҡайныҡ йәнә теҙҙеләр. Хәҙер инде барыбыҙ ҙа инкубатор себеш-тәренә оҡшап ҡалғайныҡ. Беҙҙең өсөн яуаплы сержант команда бирҙе: "Хо-ром спеть песню: "Не плачь девчонка" Запевай!"
Не плачь, девчонка,
Пройдут дожди,
Солдат вернется,
Ты только жди!..
Шыр тиле һантый һымаҡ ете төн уртаһында йыр һуҙып китеп бар сәле?! Ни хәл итмәк, ҡушҡастар башҡарырға кәрәк. Бар донъяға үс итеп аҡырып йыр-лайым, аяҡтарым менән асфальтты төйәм.
Ашханаға алып киттеләр. Бутҡа, ҡара икмәк тараттылар. Бутҡаһы ойошҡан, икмәге шырауланып бөткән, ҡаралай һалҡын сәй эсте йылытманы, киреһе-нсә үҙәк буйын зымбырлатып өшөтөп төшөп китте.
Әлегә казармаға алып барыуҙы кәрәк тапмай спорт залына ҡуйған карауат-тарға йоҡларға һалдылар. Түшәк еүеш, өҫтәүенә уға хлорка еҫе һеңгән.
Бошаланып әүелйеп яттым да иртә таң менән уяндым. Күңелде күңелһеҙ уйҙар өйкәй: "Утын хәстәрләп китеп булманы, йәнә картуф ултыртыр мәл етте. Уныһы үтһә бесән етә..." "Подьем!" Дежурный тамаҡ төбө менән аҡыр-ып ебәрҙе. Итәккә ут ҡапҡандай өтәләнеп кейенә башланыҡ. Беҙҙең әҙер-лекте күҙәткән сержант миңә иҫкәрмә яһаны: "Эй, ты, длинный, побыстрей, не в доме отдыха находишься!"
Плацҡа сығарып теҙҙеләр ҙә команда бирҙеләр: "Товарищи пограничники, привыкайте, службу начинаем с бега на среднюю дистанцию. Сегодня пять километров, завтра десять!"
Йән көскә йүгерәм: тир күҙҙәрҙе әсетә, аяҡтар мамыҡтай тыңлауһыҙ, ярты юлды үтеүгә күҙ алдында ҡара шарҙар уйнай башланы. "Түҙ, Хәйҙәр, түҙ, Ар-мияла хеҙмәт итмәгән егет кеше түгел... - Күңелемә тағы йыр юлдары килде. - Әрмеләрҙә йөрөп сәс үҫтерҙем, сәскенәйем етте үрмәгә..."
Хәйҙәр Тапаҡовтың битләүенән алынды.