Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 17:08

Старшина булып ҡайтып төшә!

Стәрлетамаҡ округы буйынса РФ Дәүләт Думаһы депутаты Динар ҒИЛМЕТДИНОВ матур хеҙмәт юлы үткән. Саҡырыу буйынса ул Куйбышев (хәҙер Һамар) сержант мәктәбендә хеҙмәт итә башлай. 

Старшина булып ҡайтып төшә!Старшина булып ҡайтып төшә!
Старшина булып ҡайтып төшә!

Бер аҙ ваҡыттан һуң сит илдә хеҙмәт итеү өсөн команда туплау тураһында мәғлүмәт була. Ә Динар Заһит улына уҡыған мәктәбендә ҡалып, сержант дәрәжәһе алырға тәҡдим итәләр. Ул сит ил командаһына эләгеү маҡсатында полк командирына мөрәжәғәт итә һәм үҙ маҡсатына ирешә лә. Башта Белоруссияға, аҙаҡ Германия
Демократик Республикаһына ебәрелә. Шулай йәш саҡтан уҡ ныҡыш була офицер!

– Беҙ яңы йыл алдынан барып еттек, – тип хәтер ебен һүтә депутат. – Бында Раштыуа байрам итеүҙәренә аптырағайным. Хәҙер ул саҡта беҙҙең илебеҙҙә ят булған ризыҡ – йогуртты бергә хеҙмәт иткән иптәшем менән кафетерийҙа тәмләүебеҙҙе йылмайып иҫкә алам. Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә ул. 1989 йылда Варшава килешеүе
һәм НАТО илдәренең һуңғы хәрби учениеларында ҡатнаша.

– Бер ваҡыт сафта торғанда минең янға армия генералы Борис Снетков килеп баҫты ла ҡайһы яҡтан булыуым менән ҡыҙыҡһынды. “Мин – Башҡортостандан», тигәс “Ә мин
– Һарытауҙан” тине лә яҡташтарса уңыштар теләп, ҡулымды ҡыҫты, ябай һалдат өсөн шундай осрашыу ҙур ваҡиға ине, уға һоҡланып, ғорурланып баҡтым, – тип хәтерләй Динар Заһит улы ул саҡтарҙы… 

Офицер ошондай осрашыуҙар, хеҙмәт, ғөмүмән, әрме мәктәбе киләсәктә юл хәүефһеҙлеге инспекторы, офицер булып нығыныуҙа ҙур роль уйнағанын да һыҙыҡ өҫтөнә ала. Күп тә үтмәй хеҙмәттәге уңыштары өсөн уға отпуск тәҡдим итәләр. Армияға кире әйләнеп килеү ҡыйын булыр тип, егет тәҡдимдән баш тарта. Алдан һиҙгәндәй килеп сыға – бер аҙҙан юғары уҡыу йорттары студенттарын ваҡытынан алда демобилизациялау тураһында ул саҡта ил менән хакимлыҡ иткән Горбачевтың фарманы сыға. Шулай итеп, Динар Ғилметдинов бер йыл өс ай хеҙмәт иткәндән һуң тыуған яҡтарға (ҡыҫҡа ваҡыт эсендә!) старшина булып ҡайтып төшә. Уның ҡайтыуы 31 авгусҡа тура килә, ә беренсе сентябрь көнө үҙе уҡыған мәктәптә патриотик тәрбиә сиктәрендә уҡыусылар алдында сығыш яһай. Армия һурпаһын бергә һемергән иптәштәре менән бәйләнештәрен әле лә
өҙмәй ул.

– Байрам менән, дуҫтар! Баш осонда аяҙ күктәр һәм барыбыҙға ла иҫәнлек теләйем! – ти отставкалағы полковник. Депутаттың ихлас теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм илебеҙҙең тыныс, ир-егеттәребеҙҙең батыр булыуын теләйбеҙ!ң


Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото Динар Ғилметдиновтың ғаилә архивынан.

Автор:
Читайте нас