Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
24 Февраля 2022, 04:38

Ватан төшөнсәһе ҡайҙан башлана?

Эйе, беҙ бәләкәй саҡта уны тыуған тупһанан башлана тип өйрәттеләр. Тупһа, Тыуған ил... шулай ҙа ватансылыҡ, ватан тураһында тағы бер ҡабат уйлап алайыҡ әле.

Ватан төшөнсәһе ҡайҙан башлана?Ватан төшөнсәһе ҡайҙан башлана?
Ватан төшөнсәһе ҡайҙан башлана?

...Телевизорҙың ҡайһы каналын асма, һәммәһендә “Рәсәй”, “Украина”, “АҠШ”, “баҫып алыу”, “Олимпиада” һүҙҙәре яңғырап тора тигәндәй. Уйлай китһәк, беҙ баш ватҡан төшөнсәгә улар туранан-тура бәйле. АҠШ менән Европа көн дә “Бөгөн Рәсәй Украинаға һуғыш аса” тип ғәйеп япһа, Рәсәй үҙ сиратында барыһын да Украина тирәләй проблеманы уртаға һалып һөйләшергә саҡыра. Украина иһә үҙе шул уҡ ваҡытта “Океан аръяғы” ярҙамы менән ҡорал бәйһеҙлеген көсәйтә. Ә күрше Донецк менән Луганск халҡы был ваҡиға арҡаһында ярҙамға мохтаж...


Ватан төшөнсәһе менән сағыштырып әйткәндә, бәғзе берәүҙәрҙең һаман нәфсе тыя алмай, кеше тупһаһына баҫып инергә теләүе был, шул арҡала кемдер үҙенең тупһаһын ташлап китеп, ярҙам һорай. Уйлай китһәк, ошо тупһаны һаҡлау, бәләгә тарығандарҙы үҙ тупһабыҙға һыйындырыу ҙа ватансылыҡҡа барып тоташа, минеңсә. Ә бит әлеге нәфсеһен тыя алмаусылар бер көн килеп һинең менән минең тупһаға аяҡ баҫмаҫ тимә... Нисек кенә булмаһын, үҙ Ватаныбыҙҙы, үҙ тупһабыҙҙы һаҡлау һәм яҡлау – изге бурысыбыҙ! Ҡулға ҡорал тотоу тимәйем, нәҡ аҡты ҡаранан айыра белеүҙә лә, әлеге ярҙам ҡулы һуҙыуҙа ла сағыла ул бурыс!


Шуныһы йәл: бөгөнгө көндә (хәйер, бөгөнгө көндә генәме икән?) сәйәсәт сәйәсәт булып ҡына ҡалмай, мәҙәниәткә, спортҡа ла инә бара. Һүҙем – Олимпиада хаҡында. Әлбиттә, Рәсәй туғыҙынсы (миҙалдар һаны буйынса икенсе) урынға сыҡты, әммә, миҙалдарҙың күберәк булыуы ла, урындың да беренсе булыуы мөмкин ине бит. Спорт чиновниктарының бөгөнгө көн фигуралы шыуыу өлкәһендә тиңдәре булмаған Камилла Вәлиеваны нисек һындырырға тырышыуҙары, башҡа төрлө аяҡ салыуҙар үҙе үк сәйәсәт түгелме ни?! Уйлай китһәк, был да тупһа тапарға маташыуға тиң ине. Шул уҡ ваҡытта үҙ сығыштары менән үҙ тупһаларына аяҡ баҫтырмаҫҡа, үҙ Ватанына тап төшөрмәҫкә ынтылды был спортсылар – Тыуған илде яҡлаусылар!
Ватаныбыҙҙы һаҡлайыҡ, тупһаларыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, йәмәғәт!


Рәмил МАНСУРОВ.

Автор:
Читайте нас