

Дүшәмбе Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, республикала йәшәүселәрҙең ауыр хәлдә ҡалыуы, ял иткән илдәрҙән ҡайта алмауы ихтимал. Шуға күрә Туризм буйынса дәүләт комитетына, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығына «Сит ил эштәре министрлығының беҙҙәге вәкиллеген» йәлеп итеү, яҡташтарыбыҙҙы тыуған иленә ҡайтарыу эшен координациялауҙы ойоштороу бурысы йөкмәтелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Украинала махсус операция үткәреүгә бәйле 2 мартҡа тиклем Рәсәйҙең көньяғында ҡайһы бер аэропорттарға осоштар ваҡытлыса сикләнде. Ростов (Платов), Краснодар (Пашковский), Анапа (Витязево), Геленджик, Элиста, Ставрополь, Белгород, Брянск, Орел, Курск, Воронеж һәм Симферополь аэропорттарының эше ваҡытлыса туҡтатылды.
Бөгөнгө көндә ике тиҫтәгә яҡын ил үҙ күгендә Рәсәй самолеттарының осоуын тыйҙы. Улар араһында Бөйөк Британия, Чехия, Польша, Болгария, Эстония, Латвия, Румыния, Литва, Финляндия, Австрия, Дания, Исландия, Германия, Швеция, Франция, Канада, Испания, Төньяҡ Македония бар.
Башинформ.