

«Беҙ Рәсәйҙә бөтә тауарҙарыбыҙҙы һатыуҙы, уҙған аҙнала илдәге дистрибьюторҙарыбыҙға экспортты туҡтаттыҡ. Apple Pay һәм башҡа сервистарҙы ҡулланыуҙы сикләнек. Украина граждандары өсөн хәүефһеҙлек сараһы сифатында Apple Maps ҡушымтаһында трафикты күрһәтеүҙе һәм хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт биреүҙе туҡтаттыҡ», — тиелә белдереүҙә.
Әлеге ваҡытта рәсми сайтта iPhone, iPad, MacBook, Apple Watch, AirPods һәм «аҡыллы» йорт өсөн тауарҙарға заказ биреп булмай.
Башинформ.