

Репетицияға тип барған ерҙән кәләшле була
Һәр ғаилә үҙенсә матур, мәҡәләмдең геройҙары ла бик ғәжәйеп, һоҡланғыс кешеләр. Кеше ҡулдары тылсымының ҡөҙрәте сикһеҙ: ябай ғына әйберҙән дә хайран итерлек матурлыҡ, бөйөклөк тыуҙыра. Сөләймәновтар ҙа шундайҙарҙың береһе, сәхнә өсөн аяҡ кейемдәре, ситектәр тегеү оҫталары булараҡ күптән танылып өлгөргән ихтирамлы, тырыш ғаилә.
Ғаилә башлығы Руслан Сәлмән улы сығышы менән Йылайыр районы Матрай ауылынан, ә Гүзәл Раян ҡыҙы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡыҙы. Ике йәш йөрәк студент йылдарында тап Стәрлетамаҡ ҡалаһында таныша. Гүзәл һөнәре буйынса мәктәпкәсә белем биреү педагогына, Руслан бейеүсе һөнәре буйынса уҡып йөрөгән саҡтарында танышып, дуҫлашалар. Беренсе тапҡыр ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йортонда осрашалар. Ул ваҡытта Руслан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле балетмейстер Хәлил Ишбирҙин ойошторған Стәрлетамаҡ Бейеү театрына репетицияға килә, ә Гүзәл ошо мәҙәниәт йортонда эшләгән әсәһе янына килгән була.
Дуҫлыҡ нығынған мәлдә Руслан әрме хеҙмәтенә алына, ул Һамар ҡалаһының Волга буйы хәрби округының йыр-бейеү ансамблендә хеҙмәтен бик матур үтәп ҡайта. Әрмелә хеҙмәт итеү дәүерендә хаттар яҙышалар, сос ҡыҙ Гүзәл, хаттар яҙыуҙан тыш, егетенә өй телефоны аша шылтыратып, хәлен белешеп, ҡеүәтләп тора.
1995 йылда Руслан армия хеҙмәте-нән ҡайтыу менән уҡыуын дауам итә һәм, ҡулына диплом алғас, Стәрлетамаҡ Бейеү театрында эшләй башлай.
Әрменән ҡайтҡас, улар араһында мөхәббәт тигән китаптың уларға ғына бағышланған өр-яңы бите яҙыла башлай. Йәштәр, 1996 йылдың 30 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында гөрләтеп туй үткәрә. Туйҙарының бер нисә көн дауамында барыуы уларҙың хәтерендә әле булһа ла яҡты иҫтәлектәр һаҡлай. Булдыҡлы, тырыш һәм бай рухлы ғаилә тарихы нәҡ ошо мәлдән башлана ла инде. Сөләймәновтарҙың татыу ғаиләһе бер-береһенең, тормоштоң ҡәҙерен белеп, ул һәм ҡыҙ үҫтереп, үҙ эштәренең оҫталары булып йәшәүҙәре һоҡландыра.
“Байыҡ” еңеүселәренә – Сөләймәновтарҙан ситектәр!
Ғаилә башлығы Руслан Сәлмән улы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисты, 25 йыл Стәрлетамаҡ Бейеү театрында эшләп, хаҡлы ялға сығыу менән аптырап ҡалмай, киреһенсә, ең һыҙғанып сәхнә бейеүселәре өсөн бик уңайлы булған аяҡ кейемдәре тегеү эшенә тотона. Әйткәндәй, сәхнәләрҙә бейеп йөрөгәндә үк, һөнәрсе 1996 йылда сәхнә өсөн балеткалар тегеү эшен башлай һәм әлеге көндә Сөләймәновтар ғаиләһе был шөғөлдә ҙур аҙымдар менән алға бара.
Эш башлау менән тормош иптәше Гүзәл дә бар яҡлап та ярҙам итә, нимәгә генә тотонһа ла, һәр эште еренә еткереп эшләй. Ул бынамын тигән ғаилә тотҡаһы ла, тыныс холҡо, һәр ваҡыт кешеләргә яғымлы ҡарашта булыуы менән һоҡландырғыс та.
Сөләймәновтарҙың бейеүселәр өсөн күңел биреп теккән әйберҙәре – Башҡортостаныбыҙҙа, сит төбәктәрҙә, хатта сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ араһында күптән танылып өлгөрҙө.
Оҫта ҡуллы һөнәрсе һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә, Руслан Сәлмән улы ла уңайлы эш өсөн төрлө ысулдар эҙләй һәм аяҡ кейемдәренә табан киҫә торған станок уйлап таба. Сөләймәновтар сифатлы аяҡ кейемдәре тегелһен өсөн ситек тегеүҙең нескәлектәрен баштан аҙағына тиклем белеп башҡара. Һәр бер ғаилә ағзаһы бер нисә тегеү оҫталығының нескәлектәрен, серҙәрен белә. Әйткәндәй “Байыҡ” республика телевизион бейеү бәйгеһе еңеүселәренә бирелгән сувенир бүләк – тап Сөләймәновтар ҡулдарынан сыҡҡан ситектәр!
Ғөмүмән әйткәндә, башҡа әүҙем ғаиләләр кеүек үк, Сөләймәновтар ҙа уңғанлығы, кешелекле һәм алсаҡ булыуҙары менән күҙгә ташланып тора, тинек. Улар бергә барлыҡ идеяларын да, килеп тыуған һорауҙарҙы ла уртаға һалып, кәңәшләшеп йәшәй. Бергә кәңәшләшеп эшләүе ҙур уңыштарға һәм яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Ҡулдарынан тылсым тамған оҫталар эштәренең заказсыға оҡшауы һәм яҡшы баһалама, рәхмәт алыуы менән ҡәнәғәт.
Эшҡауырлыҡта ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән Сөләймәновтар үҙ эшеңдә үҙең хужа булыу менән бер рәттән, яуаплылыҡ һәм күп ваҡыт талап итеүе хаҡында ла яҡшы белә. Ситтән ҡарап торғанда ғына барыһы ла еңел генә күренгән эш бик күп тырышлыҡ һәм берҙәмлек талап итә, ти улар үҙҙәре. Яҡшы, ныҡлы ептәр, сифатлы күндәр табыу, орнаменттарҙың төрлө булыуы оҫталар өсөн күп кенә ваҡыт талап итә...
– Сифаты яҡшы булһын тип эҙләнеүҙәр, әлбиттә, бушҡа үтмәне, хәҙер инде шатланып эшләйбеҙ, иң мөһиме, хәҙер балалар ярҙамсыларыбыҙ, – ти оҫталар йылмайып. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, ти башҡорт халыҡ мәҡәле!.. Улдары Раушан, Сибай сәнғәт колледжының йыр бүлеген тамамлап, әлеге мәлдә Өфө сәнғәт институтында ситтән тороп уҡыуын дауам итә. Атаһының һөнәрен дауам итеп, ҡыҙҙары Гөлназ Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында бейеү серҙәренә өйрәнә. Шуға ҡарамаҫтан, балалары ата-әсәһенә һәр ваҡыт ярҙам итәләр.
Был ғаиләлә барыһы ла йыр-бейеүгә маһир, шуға күрә әҙ генә ваҡыт булыу менән йә иһә байрам үткәргәндә ғаилә башлығы өҙҙөрөп баянда уйнай, тормош иптәше, улдары моңло итеп йырлап, ҡыҙҙары бейеп бергәләп ял итергә лә өлгөрәләр.
Тормошта татыу ғаилә эштән һуң баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә лә өлгөрә, ә бына уларҙың хайуандар яратыуы, хужаһыҙ ҡалған эттәр тәрбиәләүҙәре – тағы ла һоҡландырғыс!
Республика кимәлендә еңеү!
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022” асыҡ республика конкурсының һайлап алыу турҙары быйыл Башҡортостандың ете районында үтте. Ҡала кимәлендә уҙғарылған турҙа беҙҙең ҡаланан барлығы өс ғаилә ҡатнашты, бер генә ғаилә һайлап алыу төбәк этабына үтте һәм Стәрлетамаҡтан республика конкурсында Сөләймәновтар ғаиләһе ҡатнашты! Мәләүез ҡалаһында үҙ-ғарылған һайлап алыу төбәк этабында ла өс минутлыҡ видеояҙмала “Ғаилә һөнәрселеге” оҫталығының төп темаһын асып, бар яҡлап та күрһәтә алдылар. “Ғаилә һөнәрселеге” номинацияһында Сөләймәновтар 1-се урын алып, республика этабына үттеләр һәм был бәйгелә лә беренселекте бирмәнеләр!
Сөләймәновтар ғаиләһенә конкурс-ҡа әҙерлек барышында Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы белгестәре бар яҡлап та ярҙам күрһәтте һәм был еңеүҙә уларҙың да өлөшө ҙур. Ә иң мөһиме, Стәрлетамаҡта ошондай оҫта, өлгөлө ғаилә – Сөләймәновтар йәшәүе менән ғорурланабыҙ!
Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА,
Стәрлетамаҡ Ҡала мәҙәниәт һарайының методика бүлеге белгесе.
Лилиә Зәйнетдинова фотоһы.