Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Марта 2022, 10:00

“ИШЛЕ ҒАИЛӘ ТУРАҺЫНДА ХЫЯЛЛАНДЫҠ!” Фәхриевтар бар бәхетен балаларында таба

...Һәр кем тормошта үҙ маҡсаты, үҙ хыялы менән йәшәй. Кемдер карьера, эш тип янһа, кемдер һаулығын ғына ҡайғыртып көн итә. Өсөнсөләр өсөн аҡса тәүге планда. Ә бына ҡалабыҙҙа йәшәүсе ФӘХРИЕВтар ғаиләһе тормоштарының бар йәмен ғаиләлә, балаларында таба.

“ИШЛЕ ҒАИЛӘ ТУРАҺЫНДА ХЫЯЛЛАНДЫҠ!”  Фәхриевтар бар бәхетен балаларында таба“ИШЛЕ ҒАИЛӘ ТУРАҺЫНДА ХЫЯЛЛАНДЫҠ!”  Фәхриевтар бар бәхетен балаларында таба
“ИШЛЕ ҒАИЛӘ ТУРАҺЫНДА ХЫЯЛЛАНДЫҠ!” Фәхриевтар бар бәхетен балаларында таба

Ратмир Камил улы ла, Айгөл Камил ҡыҙы ла ғаиләләрендә ике генә бала булып үҫәләр. Икеһенең дә апайҙары бар. Әммә улар икеһе лә бала саҡтан күберәк ҡусты-һеңлеләр тураһында хыяллана. Шуға танышып, осрашып, ҡауышҡас та йәштәрҙе ошо хыял берләштерә. Дөрөҫөн әйткәндә, Ратмир үҙе лә биш балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның әсәһе Йәмилә ханым менән атаһы Камил Фәхриевтар етемдәр йортонан тәрбиәгә өс бала ала. Шуға был ғаиләне күп балалы тип иҫәпләһәң дә булалыр. Ата-әсә, аҫрау бала тип тормай, йөрәгендәге барлыҡ йылыһын өйҙәге сабыйҙарға бер тигеҙ итеп өләшә, етемдәр йортонан ҡайтҡан балаларҙы ла аяҡҡа баҫтырып, ҙур тормош юлына оҙата улар. Ана шул мәрхәмәтлек, изгелек, балаларға ҡарата һөйөү артабан Айгөл менән Ратмир ғаиләһенә лә күсә!


Ысынлап та, бала табыу бер – уларҙы бағыу фарыз. Фәхриевтар туғыҙ йәшлек Камилә, биш йәшлек Рәнил, бер йәшлек Осман исемле өс балаға ғүмер биргән һәм уларҙы ата-әсә тик һөйөү сәңгелдәгендә генә тирбәлтә. Был ғаиләлә, әйтергә кәрәк, ололарға – ололарса, кескәйҙәргә кескәйҙәрсә хөрмәтле мөнәсәбәт хөкөм һөрә, бер-береңдән уҙҙырып хәбәр һөйләү, маһайыу, йәберләү – бөтөнләй сит күренештәр. Балалар ата-әсәләренең мөхәббәт һәм тоғролоҡтарын кинәнеп татып үҫә!

Ратмир менән Айгөл балаларын бар яҡтан да камил итеп тәрбиәләргә тырыша. Әсә кеше барлыҡ ваҡытын өс балаға бүлеп, өй мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алһа, ғаилә башлығы мал табып ҡына ҡалмай, барлыҡ буш ваҡытын шулай уҡ ҡыҙ-улдарына арнай. Бер ҡараһаң: партнерҙары менән осрашыуҙа эшҡыуар, бер ҡараһаң – улын етәкләп мәктәптән һуң спорт түңәрәгенә китеп бара, әле генә төҙөлөш объектында булһа, күҙ асып йомған арала ҡыҙын музыкаль студияға илтеп ҡуя... Эштән арып ҡайттым тип, диван башында зәңгәр экрандарға төбәлеп ятҡан атайҙар менән сағыштырғанда, афариндан башҡаны ни әйтәһең!


– Бөтә эштәрҙе лә бергә башҡарабыҙ, – ти Айгөл Камил ҡыҙы ла.
Шуныһы мөһим: Фәхриевтар балаларын бар яҡлап уңышлы тәрбиәләүҙә ҡыҙ-улдарының атай-әсәй телендә аралашыуын да күҙ уңынан ысҡындырмай.
– Ял еттеме, ауылға ҡайтыу мөмкинлеген ҡарап ҡына торабыҙ, балалар олатай-өләсәйҙәре менән рәхәтләнеп аралашһын, – тип йылмая Ратмир Камил улы. Ысынлап та, һәр ял көндәре был ғаилә өсөн ҙур байрам һымаҡ. Улар тыуған яҡтарына ҡайтып, туған-тыумасалары менән осрашып, бер-береһенә ярҙамлашып, ял итеп киләләр. Кәрәк икән – тәбиғәткә лә сығалар.
Ғөмүмән, арабыҙҙа ошондай үҙ миҫалында киләсәген дә хәстәрләгән, үткәнен дә онотмаған матур ғаиләләр күберәк булһын ине!


Рәмил МАНСУРОВ.

“ИШЛЕ ҒАИЛӘ ТУРАҺЫНДА ХЫЯЛЛАНДЫҠ!”  Фәхриевтар бар бәхетен балаларында таба
“ИШЛЕ ҒАИЛӘ ТУРАҺЫНДА ХЫЯЛЛАНДЫҠ!” Фәхриевтар бар бәхетен балаларында таба
Автор:
Читайте нас