Хайуандар ҙа кешеләр һымаҡ уҡ ҡайғыра, шатлана белә һәм физик ғазап кисерергә һәләтле. Шуға күрә балаларҙы бәләкәйҙән хайуандарға ҡарата кешелекле мөғәмәләлә булырға тәрбиәләргә кәрәк. Төп тәрбиә сығанағы, әлбиттә, ата-әсәләрҙән һәм баланы уратып алған башҡа кешеләрҙән килә.
Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеүгә түбәндәгеләр инә:
Хайуанды тейешенсә ҡарау;
Даими тышҡа сығарып йөрөтөү;
Ашатыу һәм янында һәр ваҡыт эсергә һыу булырға тейеш.
Уйын һәм күнекмәләр өйрәтеү;
Хайуан йәшәгән урында тейешенсә гигиена ҡағиҙәләрен үтәү.
Әгәр ҙә хайуанды ҡарауҙан баш тартҡан осраҡта йәки уны ҡарай алмаған хәлдә хужаһы уны икенсе хужаға тапшырырға йәки хайуандарҙы аҫрай торған приютҡа тапшырырға тейеш.
Ваҡытында ветеринар ярҙам күрһәтергә, профилактик вакцинация яһарға;
- үрсетеүҙән фәтеүә булмаған, тоҡом ҡиммәте булмаған йорт хайуандарын стерилизациялау сараһын күрергә кәрәк.
Хайуандар менән ҡаты бәғерле мөғмәлә итеүҙе пропагандалау тыйыла.
- хайуандарға ауыртыуҙы баҫа торған сараларҙан тыш ветеринар процедуралар эшләргә ярамай;
- хайуанды башҡа хайуандарға һөсләтергә ярамай;
- хайуандарҙы һуғыштырырға ярамай;
- хайуанды йәрәхәтләрҙәй, имгәтерҙәй тамаша уҙғарыу ҡәтғи тыйыла.
- хайуандарҙы ағыулау, үлтереү һәм уның ғүмерен ҡыйыу законға һыймай.
Күп фатирлы йортта йорт хайуандары тотҡан кешеләр хужалары күршеләренең үҙҙәре йәшәгән йортта йәшәүселәрҙең хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен күҙ уңында тоторға тейеш.
Хайуанды тышта йөрөткәндә түбәндәге талаптарҙы үтәү мотлаҡ:
- граждандарҙың, хайуандарҙың, физик һәм юридик шәхестәрҙең мөлкәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү;
- хайуанды ҡарауһыҙ ҡалдырып, автомобиль юлында, лифтта һәм дөйөм файҙаланыу биналарында, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында иректә йөрөтөргә ярамай;
- хәүефле хайуандарҙы морондоҡ һәм муйынсаҡта йөрөтөргә кәрәк;
- ҡурҡыныс эттәр морондоҡһоҙ һәм муйынсаҡһыҙ килеш хужаның биләмәһендә кәртәләнгән ерҙә тотолорға тейеш; йортҡа ингән ерҙә уҫал эт барлығы тураһында иҫкәртеүсе яҙыу булырға тейеш.
Федераль закон талаптарын боҙған өсөн хужалары һәм башҡа кешеләр Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртип буйынса административ, енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш.